Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Февраль » 15 » Район мәктәптәрендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» исемле китабының исем туйы үтте.
15:51
Район мәктәптәрендә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» исемле китабының исем туйы үтте.

10 февралдә районыбыҙҙың Әбүбәкер һәм Татыр-Үҙәк дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе, яҙыусы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич  исемендәге республика дәүләт  йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. «Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Финзирә Ғариф ҡыҙы Рысаева һәм «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы вәкиле Нурия Ниғәмәтбай ҡыҙы Ибраһимова оҙатыуындағы йәш ижадсыны мәктәптәрҙә ҡурай моһо менән ҡаршы алдылар. Осрашыу тәүге минуттарынан алып үҙәнең ихлас, йылы мөнәсәбәте менән әсир итте. Мәктәп етәкселеге һәм уҡыусылар тарафынан ойошторолған ижади кисә тулы йөкмәткелеге, бөгөнгө көн өсөн актуаль булыуы һәм ғаилә традицияларын, туғанлыҡ ептәрен һаҡлауға ҡоролоуы менән айырыуса отошло булды. Мәктәп уҡыусылары ҡунаҡтарға үҙҙәренең оҫта бейеүҙәрен, күңелгә үтер йыр-моңдарын, ғаилә, балалыҡ, ата-әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәт тураһындағы мәҡәл-әйтемдәре менән бай концерт номерҙарын бүләк иттеләр.  Татыр-Үҙәк мәктәбендә үткәрелгән кисәгә ауылдың Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы саҡырылған ине.  

Ижади кисәлә авторға «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирелде һәм уларға тулып яуаптар алынды. Айгиз Баймөхәмәтовтың   фәһемле һәм ғибрәтле әҫәре күптәрҙе уйландырырҙы,  фәһем бирҙе.

 

Просмотров: 647 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: