Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Декабрь » 13 » “Рәсәйгә һөйөүебеҙ һәм изге эштәребеҙ менән берҙәмбеҙ” муниципаль эстафетаһы сиктәрендә “Экобокс” проекты.
07:59
“Рәсәйгә һөйөүебеҙ һәм изге эштәребеҙ менән берҙәмбеҙ” муниципаль эстафетаһы сиктәрендә “Экобокс” проекты.

20 ноябрҙән 15 декабргә тиклем муниципаль кимәлдә иғлан  ителгән эстафета экологик йәһәттән борсоған мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.

Экология йылына арналған мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары араһындағы “Рәсәйгә һөйөүебеҙ һәм изге эштәребеҙ менән берҙәмбеҙ” эстафетаһында ҡатнашыусыларҙы Мәғариф идаралығы начальнигы  Ю. Д. Сиражитдинов ихлас тәбрикләне һәм экология өлкәһендәге борсоулы мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында үҙ фекерен әйтеп үтте.

Аҡъяр ауылының “Бәпембә”, “Йәйғор”, “Шатлыҡ” балалар баҡсалары мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмалары араһындағы “Рәсәйгә һөйөүебеҙ һәм изге эштәребеҙ менән берҙәмбеҙ” муниципаль эстафетаһы сиктәрендә “Экобокс” проектын башланы. Проект бөгөнгө көндә дәүләт һәм халыҡ тарафынан иғтибар бүленмәгән проблеманы хәл итә. Хәүефле көнкүреш ҡалдыҡтары-терегөмөшлө һәм энергия һаҡлаусы лампалар, термометрҙар башҡа ҡыйҙар менән бергә бөтә ергә лә ташлана һәм полигонға эләгә. Был  уратып алған мөхиткә һәм халыҡтың сәләмәтлегенә  ҙур зыян килтерә.  Негатив тәъҫир итеүгә сәбәпсе булған бындай ҡыйҙарҙы айырып йыйыу тора.

Сарала  ҡатнашыусыларға районыбыҙҙың  төҙөлөш архитектураһы һәм йәшәү менән тәьмин итеү бүлегенең белгесе Торошев А. И. йәшәү өсөн хәүефле булған ҡалдыҡтар тураһында бәйән итте. 

“Бәпембә”, “Йәйғор”, “Шатлыҡ” балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре экологияға зыян килтереүсе ҡулланылған батареялар һәм тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләргә өндәгән шиғырҙар һөйләнеләр. Ә “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы педагогтары әҙерләгән “Батарея һәм сысҡан” әкиәте лә бик фәһемле булды. Әкиәттең сюжетында тәбиғәткә зыян килтереп, аҙашып йөрөгән батареяға Экобокста урын табыла.  Балалар  батареяға ярҙам иттеләр, сөнки Акъяр аулы балалар баҡсаларында ата-әсәләр менән берлектә  Экобокстар ҡуйылып, ҡулланылмаған батареяларҙы йыйыу эштәре атҡарылғайны.

Сара барышында кәрәкһеҙ батареяларҙы ҡатнашыусы кескәйҙәрҙә, өлкәндәр ҙә Экобоксҡа ташланылар. Йыйылған батареялар утилләштереү өсөн  Өфө ҡалаһында урынлашҡан ГУП  “Тәбиғәт” ойошмаһына оҙатыласаҡ.

Эстафетаны Аҡъяр ауылының балалар баҡсалары  Степной ауылының “Айгөл” балалар баҡсаһына тапшырҙы.

Сара күңелле флешмоб һәм Экобокстың “Иҫегеҙҙән сығармағыҙ! Был планетала һеҙҙең балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең йәшәйһе бар! Уларҙың һаулығында экономия яһамағыҙ! Үҙегеҙҙе,  балаларығыҙҙы һәм бөтәбеҙҙең дөйөм йортобоҙ-Еребеҙҙе бәләкәй микробтарҙан-батареяларҙан һаҡлайыҡ!”-тигән мөрөжәғәте менән тамамланды.

 

Просмотров: 290 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: