Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Март » 2 » Олимпиада уңыштары
13:16
Олимпиада уңыштары

Өфөлә 20 февралдән 21-нә тиклем Республика иҡтисад лицей-интернаты нигеҙендә «Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте» һәм «Тормош   һабаҡтары» предметтары буйынса республика олимпиадаһы  үтте, унда муниципаль һәм ҡала этаптары еңеүселәре – 8-9 класс уҡыусылары ҡатнашты. Бына ошо мәртәбәле бәйгелә 1-се һанлы Аҡъяр автономиялы урта мәктәбе филиалы Сәғит ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Нафиков Илгиз (уҡытыусыһы Ҡәйепова А.З.) һәм Өфө урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Насипова Әлиә (Ҡунаҡҡолова К.Х.) Хәйбулла районының намыҫын яҡланы. 

 Олимпиаданы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының мил­ли мәғариф, тө­бәк-ара хеҙмәт­тәшлек һәм китаптар нәшерләү бүлеге  етәксеһе Гөл­сәсәк Ғиниәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова асып, үҙ сиратында, бәйгеселәргә уңыштар теләне. Ә республика иҡтисад лицей-интернаты уҡыусылары матур йырҙары һәм бейеүҙәре менән дәртләндерҙе.

Олимпиаданың республика этабы ике турҙа үтте: беренсе – бирелгән һорауҙарға яуап яҙыу эшен үтәү; икенсе – жюри тәҡдим иткән тема буйынса телдән сығыш яһау булды. Әйтергә кәрәк, республиканың төрлө райондарынан үҙ халҡының тарихын, мәҙәниәтен яҡшы белгән, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт иткән, туған теленең яҙмышына битараф булмаған 200-ҙән ашыу уҡыусы араһында көс һынашыу еңелдән булманы.

      Икенсе көндө, олимпиаданы ябыу тантанаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы билдәләү, уларҙы бүләкләү өсөн абруйлы жюри ағзалары йыйылды.  “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы бәйгеселәрҙең белем кимәле, һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Мәрйәм апай әйткәнсә, “аҡыллы баштар” араһында Сәғит мәктәбе уҡыусыһы Нафиков Илгиздең дә булыуы – айырыуса һөйөнөслө. Өфө мәктәбенән Әлиә Насипова ла һынатманы. Ике уҡыусыбыҙ ҙа призер Дипломына лайыҡ булып, Башҡортостаныбыҙ, уның үткәнен, тарихын бик яҡшы белеүҙәрен дәлилләне.

 

 

Просмотров: 517 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: