Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2014 » Март » 14 » Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр!
13:48
Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр!
      12 март Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә «Башланғыс класс уҡыусыһының шәхси ҡаҙаныштар динамикаһын характерлаған баһалау системаһы йыйылмаһы (портфолио)» тигән темаға  башланғыс класс уҡытыусыларының  район методик берекмәһе ултырышы үтте. 1-се һәм 4-се кластарҙа Бикбова Гөлниса Сөнәғәтулла ҡыҙы математика, ә 2-се һәм 3-сө кластарҙа Байғусҡарова Рәйлә Әхмәт ҡыҙы башҡорт теле дәрестәре үткәрҙе. Ә Аҡъюл башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Байғусҡарова Гөлиә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Урыҫбай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Байғабулова Гүзәлиә Шаһимгәрәй ҡыҙы дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса оҫталыҡ кластары күрһәтте.  Ултырышта ҡатнашыусы  коллегалары бөтә дәрестәргә ентекле анализ яһап, уларҙы ыңғай яҡтан баһаланылыр, яңы дәүләт стандарттары талаптарына ярашлы  һәм аҙ комплектлы кластарҙа эшләүсе уҡытыусылар өсөн бик  файҙалы булыуын билдәләнеләр. 
Ултырыштың практикум өлөшөндә  Әбүбәкер мәктәбе уҡытыусыһы Билалова Лилиә Салауат  ҡыҙы һәм Сәғит мәктәбенән Нафиҡова Зинира Зәкәриә ҡыҙы «Башланғыс класс уҡыусыһының шәхси ҡаҙаныштар динамикаһын характерлаған баһалау системаһы йыйылмаһы (портфолио)» тигән темаға сығыш яһап, оҫталыҡ кластары күрһәттеләр. Тәжрибәле, юғары категориялы уҡытыусыларҙың оҫталыҡ кластары заман талаптарына ярашлы итеп ҡоролған ине. «Иң мөһиме -  был портфолиоларҙа уҡыусының шәхси үҫеше күренһен. Таблица, диаграммалар  рәүешендә, йәки башҡа төрлө  формала   күрһәтә алһағыҙ, портфолио үҙ маҡсатына иреште тип аңларға кәрәк» - тип билдәләне үҙенең сығышында башланғыс класс уҡытыусылары методисы Байғужина Рәшиҙә Зиннәт ҡыҙы.  
Иҫәнгилде мәктәбе уҡытыусыһы Бәширова Ғәлиә Хәмитйән ҡыҙы «Әҙәби уҡыу дәрестәрендә тәнҡитле фекерләү технологияһы» тигән темаға үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әйтергә кәрәк, был уҡытыусының сағыу,  ентекле әҙерләнгән сығышы бөтә килгән уҡытыусыларҙа ла оло ҡыҙыҡһыныу уятты.  Ғәлиә Хәмитйән ҡыҙының эш тәжрибәһе район мәктәптәренең  уҡытыусыларына өйрәтерлек һәм таратырлыҡ тигән һығымта яһап, бер тауыштан уға бөтә тупланған материалдарын брошюра итеп сығарыу өсөн әҙерләргә тәҡдим ителде. 
Уҡытыусылар өсөн математика һәм рус теленән үткәрелгән олимпиада һәр береһенә үҙҙенең  белемен тикшереп ҡарарға мөмкинселек бирҙе. 
Башланғыс класс уҡытыусыларының сираттағы методик берекмәһе ултырышы фәһемле, йәнле, юғары кимәлдә һәм ойошҡан рәүештә үтте. Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр тигән әйтемдең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандыҡ, эшебеҙҙә  ҡулланырлыҡ әллә күпме файҙалы мәғлүмәт, көс-дәрт алып таралыштыҡ.

Просмотров: 614 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: