Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июль » 24 » Халҡыбыҙ мираҫын – балаларға!
09:27
Халҡыбыҙ мираҫын – балаларға!

Экология йылы уңайынан Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте башлығы Р.Х.Ибраһимовтың ҡарарына ярашлы районда май айынан ауыл биләмәләре араһында «Фольклор. Тәбиғәт. Беҙ.» исемле конкурс старт алды. Конкурстың ойоштороусылары – Хәйбулла районы Мәғариф идаралығы муниципаль ҡаҙна учреждениеһы,  Хәйбулла районы Мәҙәниәт идаралығы муниципаль ҡаҙна учреждениеһы.

Сараның төп маҡсатты булып халҡыбыҙҙың меңәр йылдар тарихы булған йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, уларҙың ҡулланылыу даирәһен арттырыу, үҫеп килгән быуынға тапшырыу тора. Был изге, мәртәбәле сарала һәр ауыл биләмәһенең хөрмөтле ағинәйҙәре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ уҡыусы балалар бик теләп ихлас ҡатнашалар.

Йәмле тәбиғәт ҡосағында уҙғарылған был байрамдарҙы мәктәп программаһына индерелгән “Тормош һабаҡтары” дәреслегенең практик өлөшө тип хаҡлы рәүештә әйтергә була. Сөнки мәктәп уҡыусылары башҡорт халҡының аҫыл мираҫының шаһиты ғына булып ҡалмай, ә шул йолаларҙа, ғөрөф-ғәҙәттәрҙә туранан-тура ҡатнаша, уның эсендә ҡайнай.

Сара раҫланған график буйынса бара. Әлегә иһә райондың 14 ауыл биләмәһенең 7-һендә үткәрелде. Алдағы байрамдарҙа ла мәктәп уҡыусылары ҙур теләк менән ҡатнашырҙарына шик юҡ.

Просмотров: 365 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: