Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Май » 6 » Хәйбулла Ҡыуандыҡ дуҫлыҡ күпере нығына.
07:39
Хәйбулла Ҡыуандыҡ дуҫлыҡ күпере нығына.

 Хәйбулла районының 1-се Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыларынан һәм район мәғариф идаралығы методисы Ғ.Ғ.Бикбаевтан торған делегацияһы  һәм Ҡыуандыҡ районы Сурай мәктәбенең уҡытыусылары араһында эшлекле фекер алышыу үтте. Сара сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек планы сиктәрендә ойошторолдо. Осрашыу хужалар тарафынан ҡунаҡтарға «Аулаҡ өй” башҡорт йолаһын күрһәтеүҙән башланып китте. Сәхнәнең интерьерында боронғо башҡорт ҡаралтыларын күреү, уҡыусыларҙың милли кейемдә сығыш яһауы ҡунаҡтарҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Түңәрәк өҫтәл артында Сурай мәктәбе директоры Р.Й.Абдырахманова коллектив, мәктәптә башҡорт теле уҡытыуҙың торошо менән таныштырҙы, пландары менән уртаҡлашты. Ғ.Ғ.Бикбаев хужаларға Хәйбулла районы мәғариф идаралығы етәксеһе Ю.Д.Сиражитдиновтың сәләмен еткереп, райондың башҡорт теле уҡытыусыларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе, хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Д. А. Исҡужина дәрестә заманса электрон технологияларҙы ҡулланып эште ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Артабан З. Р. Иҫәнбаева һәләтле уҡыусылар менән компьютер технологияһын ҡулланнып, ижади проекттар өҫтөндә эшләү алымдарын күрһәтте. Ишбулатова Г. И. Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Ҡ. Ә. Аралбаевтың 1-се Аҡъяр урта мәктәбендә ойошторолған класс музейы менән таныштырҙы.   Башланғыс класстар уҡытыусыһы Г. Р. Ҡужина мәктәптә асылған селтәр инновацион майҙансығының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Осрашыу аҙағында киләсәктә эшлекле хеҙмәттәшлек итеү маҡсатында эш планы ҡаралды. Киләсәккә Хәйбулла һәм Ҡыуандыҡ райондарының  мәктәптәре араһында дуҫлыҡ күпере һалынды.

 

 

Просмотров: 454 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: