Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Апрель » 5 » Хәйбулла районында башҡорт теле уҡытыусыларының муниципаль конференцияһы
13:17
Хәйбулла районында башҡорт теле уҡытыусыларының муниципаль конференцияһы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә 10-12 апрелдә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы уҙа. Ошо ҙур мәртәбәле тантананы хуплап районыбыҙҙа «Хәйбулла районы белем биреү системаһында башҡорт телен үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» темаһына арналған  башҡорт теле уҡытыусыларыныңмуниципаль конференцияһы булып үтте. Конференцияны  Хәйбулла районы Мәғариф идаралығы етәксеһе Юлай Дидар улы Сиражитдинов алып барҙы.Ул конференцияны асып ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләне.

      Мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы Ғәни Ғәли улы Бикбаев «Районда башҡорт телендә уҡытыу һәм туған телде өйрәнеүҙең торошо» темаһына йөкмәткеле сығыш яһаны. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закондар талаптарын үтәп, туған телдәрҙең абруйын күтәреүгә, дәүләт телдәрен өйрәнеүгә, башҡорт телен уҡытыуҙың сифатына, республиканың яңы гражданинын тәрбиәләүгә районда ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын уҡыусыларыбыҙ район һәм республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, интернет-олимпиадаларҙа, фәнни -  ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып призлы урындар яулап ҡыуандыралар. Быйылғы уҡыу йылында Әбүбәкер урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы республика кимәлендә уҙғарылған «Республикама дан йырлайым!» иншалар бәйгеһендә һәм Ҡоролтай тарафынан үткәрелгән «Башҡорт теле көнө» сиктәрендә уҙғарылған «Әҙәби тәржемә»» конкурсында 1-се урын яуланы.  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала Йәнтеш мәктәбенең 2 уҡыусыһы призёр, Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусыһы еңеүсе булды. Уҡытыусылар «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып,  төрлө номинацияларҙа еңеү яулайҙар.   Быйыл был мәртәбәле конкурста район данын Татыр-Үҙәк мәктәбенән Назарова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы яҡланы. Ул  Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған «Башҡорт телен һаҡлау, үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн» номинацияһында билдәләнде. Әлбиттә, уңыштар бихисап, әммә улар менән генә беҙгә туҡталып ҡалырға ярамай, эшләйһе эштәребеҙ һәм алға ҡуйылған маҡсаттарыбыҙ күп », -тип тамамланы үҙенең сығышын Ғәни Ғәли улы.

Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһы мөдире Ильмира Винер ҡыҙы «Балалар баҡсаһында рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү» темаһы буйынса сығышында балалар баҡсаһында  сабыйҙарыбыҙ үҙ телендә тәрбиә алһын өсөн, шулай уҡ  туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төрлө саралар ойоштороуҙарына, асыҡ дәрестәр күрһәтеүҙәренә, ата-әсәләр менән берлектә эш алып барыуҙарына  туҡталды. “Әммә бөгөнгө көндә бик күп йәш-ата әсәләр өйҙә балалары менән туған телдә түгел, ә рус телендә генә аралашыуҙы ҡулай күрә, бала рус телендәге йәнһүрәттәр ҡарап үҫә, үҙ-ара һөйләшкәндә лә ошо хәл күҙәтелә. Туған телгә һөйөү тап ғаиләлә һалына икәнен күп кенә ата-әсәләр бөгөнгө көндә аңламайҙар,-тигән фекер менән тамамланы сығышын Ильмира Винер ҡыҙы.Тәрбиәсенең сығышын хуплап башҡорт теле уҡытыусылары Кәримова Гөлнара Зиннур ҡыҙы (Һамар мәктәбе), Урманова Лилиә Шәһит ҡыҙы (2-се һанлы Аҡъяр мәктәбе) туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙә әйҙәүсе булараҡ ғаилә менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе төрлө сараларға йәлеп итеү-бөгөнгө көн заман талабы, тип ҡушылдылар.

Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәйлә Әхиәр ҡыҙы, Подольск урта мәктәбе уҡытыусыһы Раушания Әхмәр ҡыҙы үҙҙәренең сығыштарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың сифатын күтәреү юлдары буйынса эщ тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Дәрестә, кластан тыш сараларҙа төрлө отошло алымдар, яңы технологиялар ҡулланыу бөгөнгө көндә уҡытыусының үҙенән тора. Уның өсөн уҡытыусы үҙ эшенә яуаплы, ижади ҡараһын, шунда ғына балаларҙа телгә ҡыҙыҡһыныу уятып була, тип билдәләнеләр.

Татыр-Үҙәк мәктәбенән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Түлебаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙының уҡыусылары йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса региональ олимпиадаларҙа еңеү йә призлы урындар яулайҙар. Районыбыҙҙа  олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты өсөн муниципаль бюджеттан сығым бүленә.  Һуңғы йылдарҙа ғына әле Әбүбәкер һәм Татыр-Үҙәк мәктәптәре заманса йыһазландырылған башҡорт теле кабинеттарға эйә булдылар. Конференцияла Түлебаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын йыһазландырыуға ҡарата талаптар менән таныштырҙы.

Оло ҡорҙа һәр сығыш алҡыштар менән оҙатылды. Әбеш, Ғәлиәхмәт мәктәптәре директорҙары Ниғмәтуллин Радмир Вәкил улы һәм Ҡаҙаҡбаев Илһам Рафаил улы телде уҡытыу һәм уны һаҡлау мөһимлеге, әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына, үҙ халҡының әхлаҡ ҡанундарын ҡабул итеп, милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф – ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала тигән фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.

Мәғариф идаралығының методик кабинет мөдире Илъясова Рәмзиә Хөрмәт ҡыҙы үҙенең сығышында уҡытыусының төп эшмәкәрлек формаһы булараҡ иң башта дәрестәрҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарына яуап биреүҙәрен тәьмин итеүгә айырым баҫым яһаны. “Һәр дәрес бала өсөн асышҡа әйләнһә, уның күңелендә яңы үрҙәргә ынтылыш тыуҙырһа ғына бөгөнгө заман талаптарына яуап бирә. Башҡорт теле уҡытыусыһы ябай уҡытыусы ғына түгел, уның иңенә милләт яҙмышы йөкмәтелгән. Шуның өсөн дә эшендә лә, тормошта ла үрнәк булырға тейеш. Уҡытыусыларға әйтер теләктәрем һәм тәҡдимдәрем шул: улар алдынғы тәжрибәне әүҙем үҙләштерһендәр һәм уртаҡлашһындар, тел буйынса төрлө дәрестән тыш сараларҙы тейешле кимәлдә һәм даими ойошторһондар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының һәр береһе үҙҙәренең сайттарын булдырып, уның даими эшләүен һәм яңырып тороуын тәьмин итһендәр, заман технологиялары менән иркен эш итеп, туған телдә иҫтәлекле объекттар, музейҙар буйлап виртуаль сәйәхәтәр ойошторһондар ине”, - тип тамамланы ул сығышын.

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары методисы Зәбирә Насип ҡыҙы Бикбаева башҡорт телле балалар ойошмалары өсөн ерле материалға нигеҙләнеп төҙөлгән эш программаларын һәм әсбаптарҙы эшкәртеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был программаларҙы төҙөү маҡсатында инновацион майҙансыҡтарҙың эшмәкәрлеген йәнләндереү, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында милли балалар баҡсалары өсөн тәрбиәселәр һәм белгестәр махсус йүнәлешле әҙерлек үтергә тейеш, тигән тәҡдимде еткерҙе. Методист, шулай уҡ, башҡорт теленең даирәһен киңәйтеү өсөн белем биреү ойошмаларында милли мөхит булдырыу, тәрбиә процессында халыҡ педагогикаһын һәм ижадын әүҙем ҡулланырға кәрәклеген билдәләне.

Һамар урта мәктәбе уҡытыусыһы Бәҙретдинова Рәзилә Шәрифулла ҡыҙының конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың«Туған тел» шиғырына яҙылған йыр менән сәләмләүе барыһына ла оҡшаны.

Конференцияның икенсе өлөшөндә һөҙөмтәле эшләгән уҡытыусыларға Юдай Дидар улы Рәхмәт хаттары тапшырҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды. Квота буйынса беҙҙең райондан 9 вәкил был мәртәбәле сарала ҡатнашыу хоҡуғына эйә, улар араһында – мәғәриф идаралығы етәксеһе, туған телдәр буйынса методисы, уҡытыу туған телдә ойошторолған мәктәп директорҙары, башҡорт балалар баҡсаһы мөдире, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәтеүсе уҡытыусылар. Кәңәшмә һуңында ҡарар ҡабул ителеп, делегеттарға мөһим тәҡдимдәр еткерелде:

  • мәғариф системаһында туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү өҫтөндә даими һәм маҡсатлы эшләргә;
  • балалар баҡсаһы өсөн башҡорт телендә программаларҙы яңыртып сығарыу;
  • башҡорт теле уҡытыусыларына үҙҙәренең сайтын булдырыу;
  • мәктәптәрҙә башҡорт теле  буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлеккә сәғәт һаны бүлеү;
  • туған телде һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әйҙәүсе булараҡ ғаилә менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе төрлө сараларға ылыҡтырыу;
  • Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙа актуаль проблемалар буйынса республика һәм төбәк-ара конференцияларҙа, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашыу;
  • туған телгә, мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү, театрҙарға, музейҙарға сәйәжәтте даими ойоштороу;
  • балаларҙы тыуған яҡ мөғжизәләре, иҫтәлекле урындар менән таныштырыу өсөн сәйәхәттәр, турпоходтар ойоштороу.
  •  
  •  
Просмотров: 699 | Добавил: ROO | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: