Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2013 » Декабрь » 18 » «Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары»
10:06
«Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары»
 Декабрь айында  Өфө ҡалаһының  Октябрь районы 159 – сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә «Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары» темаһына  республика фәнни – ғәмәли конференцияһы булып уҙҙы.     Конференцияла Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округтары мәғариф бүлектәренең туған телдәр буйынса методистары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ваҡытлы матбуғат һәм медиа саралары хеҙмәткәрҙәре,йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре , Хәйбулла районынан Байсурина Зилә Әнүәр ҡыҙы,  мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Түләбаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район  методик берекмә етәксеһе, ҡатнашты.      
Мәктәп залында уҡытыу – методик китаптар күргәҙмәһе  һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының мәғариф системаһын һәм туған телдәрҙе уҡытыу буйынса инновацион эшмәкәрлеген сағылдырыусы күргәҙмә менән таныштырыу ойошторолдо.
Конференцияның пленар ултырышында  Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы "Региональ тел сәйәсетенең актуаль проблемалары" темаһына сығыш яһаны.  Венера Фәрит ҡыҙы үҙенең сығышында  Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округтары мәғариф бүлектәренең башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ойоштороуҙа уңыштарына йомғаҡ яһаны һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттарын, 5 меңлек сертификаттар  тапшырҙы. Шулай уҡ  беҙҙең Хәйбулла районы  мәғариф бүлеге лә  башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы ойоштороуҙа юғары күрһәткестәре өсөн бүләкләнде.  
Конференцияла "Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыусыларын әҙерләү сифатын күтәреү факторы булараҡ университет системаһы ” , "Дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреү”, "Белем биреү системаһында туған тел уҡытыусыһының роле”,”Өфө ҡалаһы ҡала округы белем биреү учреждениеларында  башҡорт телен өйрәнеү буйынса педагогтар һәм ата –әсәләрҙең бәйләнеше” темаларына сығыштар тыңланды, асыҡ дәрестәр һәм оҫталыҡ кластары ҡаралды. 
Фәнни – ғәмәли конференция Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығының   милли мәғариф, региональ – ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге начальнигы Мөхәмәтйәнова Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы, дәреслектәрҙең авторҙары Усманова М. Ғ., Ғәбитова З. М. ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл артында "Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы уҡыу – методик әсбаптар (комплекттар) менән тьәмин итеү”темаһына һөйләшеү менән тамамланды.


Просмотров: 1698 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: