Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2013 » Декабрь » 2 » Яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең тыуған ере Хәйбуллала
15:59
Яҡташыбыҙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең тыуған ере Хәйбуллала

 Яҡташыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, С. Чекмарев, З. Биишева, Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев үҙенең тыуған ере Хәйбулла, тыуған ауылы, туғандары һәм яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй, юлы төшкән һайын ҡайтып тора. 

   Ҡәҙим Аралбаев менән  Сиҙәм, Подольск, Әбүбәкир, Мәмбәт, Сәғит, Яңы Ергән һәм 1 –се һанлы Аҡъяр мәктәптәрендә, район балалар китапханаһында  осрашыуҙар булып үтте. Һәр мәктәптә шағирҙы күпереп торған икмәк, шиғыр, ҡурай менән ихлас ҡаршы алдылар, мәктәп буйлап сәйәхәт ойошторҙолар. Осрашыуға ауылдан хеҙмәт ветерандары, яҙышыуға оҫта инәйҙәр, апайҙар, шағирҙың туғандары саҡырылды.                                           Сиҙәм,  Подольск, Сәғит мәктәптәрендә музейҙа, мәктәп китапханаларында булып, шағир үҙенең китаптарын бүләк итте.

  Башкорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етәкселегендә  Ҡәҙим Аралбаев ижадына арналған   "Даланың даланлы улы”, "Әҙәби ҡунаҡхана”, "Сал даланан һут алып”, "Аҡ тирмәләр ҡорған ил йырсыһы”исемле  шиғриәт кисәләрендә уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын һөйләнеләр, 1 –се һанлы Аҡъяр мәктәбенән башғорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары  Ишбулатова Гөлшат Иштимировна шағирҙың "Тау эйәһе” әҫәре буйынса дәрес күрһәтте, Бохарбаева Ә.С. шағирҙың һуңғы поэмаһы "Атлы башҡорт” буйынса конференция үткәрҙе.Яңы Ергән мәктәбе уҡыусыларының "Тау эйәһе”,    "Әсәйем шишмәһе” (Әбүбәкер мәктәбе) әҫәрен бик оҫта сәхнәләштереп күрһәтеүҙәре,  шағирҙың күңеленә хуш килде, уны бала саҡтарына алып ҡайтҡандай булды.  Шулай уҡ, кисәгә әҙерлек ваҡытында, яҡташыбыҙ тормошо һәм ижадына арналған викторина һорауҙарына яуап биреү, әҫәрҙәренә һүрәттәр эшләү  буйынса конкурстар уҙғарылды. Подольск мәктәбендә конкурста еңеүселәргә авторҙың автографы менән грамоталар, фотоһүрәте төшөрөлгән календарҙар, буклеттар бүләк ителде.

Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеүҙәр булды. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙеләр шағирға, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙылар. Иң ҡыҙыҡһындырғаны-  ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларыбыҙҙың үҙҙәре яҙған шиғырҙары менән сығышы булғандыр. Бигушева Эльвина, Билалов Рәсүл, Сынбулатов Артур, Билалова Айгүзәлдең (Әбүбәкер мәктәбе), Мәмбәтова Әлфинә һәм Мәмбәтова Дилфүзәнең (Сәғит мәктәбе), Фәйзуллин Илдар, Кәипова Гөлназ, Кускилдина Нургизә һәм Әхмәтова Азалиәнең (Подольск мәктәбе) шиғырҙарын  маҡтаны,   уларға киләсәктә ижади уңыштар теләп,үҙенең кәңәштәрен бирҙе. . Шағир укыусыларға бер шәлкем шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе һәм уларҙың яҙылыу тарихын һөйләп китте.   Уҡыусыларға бигерәк тә " Атлы башҡорт” поэмаһының  яҙылыу тарихы оҡшаны. Башҡорт батырҙарының француз һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, 1806-1807 йылдарҙағы һуғыштар һәм 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡаһарманы Хәйбулла районы кешеһе Утарбай Солтангәрәй улы Торомтаев  тураһында күп мәғлүмәт алдылар.  

 Осрашыу аҙағында уҡыусылар Ҡәҙим Аралбаевҡа үҙҙәренең ижади эштәре тупланған китапсыҡтар (Сиҙәм, Подольск),  тыуған еребеҙ Хәйбуллаға арналған шиғырҙарынан фото – миниатюра (Мәмбәт), атаһының тыуған ауылы Сәғит ауылы  фотоһын (Сәғит) һәм башҡа төрлө бүләктәр  тапшырып ҡыуандырҙылар.

   Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу уҡыусыларға , уҡытыусыларға, ҡунаҡтарға бик фәһемле булды, яңы дәрт, көс, рух күтәренкелеге өҫтәне.  Ҡәләм тибрәтеүсе йәш ижадсыларға  илһам, киләсәккә ижади этәргес булды.



Просмотров: 1306 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: