Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Май » 8 » Йәш сәсәндәр майҙан тотто
08:37
Йәш сәсәндәр майҙан тотто

“Урал батыр” эпосы- башҡорттоң баш китабы, меңәр йылдар буйы туҡылған белем - аҡыл мәктәбе,башҡорт халҡының милли паспорты.
 Был хәҡиҡәтте беҙҙең райондың йәш сәсәндәре лә яҡшы аңлайҙар. Улар “Урал батыр”эпосы буйынса ойошторолған бәйгене йыл һайын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар һәм унда бик ихлас ҡатнашалар.

    Быйыл “Урал батыр” эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең район бәйгеһе 17-се тапҡыр үткәрелде. Конкурстың I турында, эпосты яттан һөйләп, I-IV кластар араһында 4-се класс уҡыусыһы Моталова Альбина (700 юл), V-VIIкластар араһында 5-се класс уҡыусыһы Акилова Мәҙинә (1100 юл) Гран-приға эйә булдылар.

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, район бәйгеләрендә еңеп сыҡҡан йәш сәсәндәр төбәктәрҙә көс һынаштылар. Бәйге бик сәмле барҙы. Сибайҙа ойошторолған “Урал батыр” эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең  XVII төбәк бәйгеһенең еңеүселәре булып V-VII кластар араһында- Ейәнсура районынан Ҡансурин Ғайсар һәм Күгәрсен районынан Килсенбаева Гөлфиә, VIII-XI кластар араһында Баймаҡ ҡалаһынан Назарбаева Гөлнара билдәләнде. Сәхнәләштереү буйынса Сибай ҡалаһы командаһына етеүсе булманы. Улар республика кимәлендәге бәйгелә төбәк исеменән сығыш яһаясаҡ.

Сибай ҡалаһында үткәрелгән төбәк бәйгеһендә район намыҫын яҡлау Әбүбәкер мәктәбе  иңенә төштө. Бындай кимәлдәге мәртәбәле бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашыуҙарына ҡарамаҫтан, Альбина менән Мәҙинә һынатманылар. Сибай,Баймаҡ ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондарынан килгән иң көслө йәш сәсәндәр араһында уңышлы сығыш яһанылар.Үҙ йәштәштәре араһында Акилова Мәҙинә II урынды яулаһа, Моталова Альбина “Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн” номинацияһына лайыҡ булды.

Просмотров: 625 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: