Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Июль » 24 » «Йәйлэү»профиль лагеры уңышлы тамамланды
10:21
«Йәйлэү»профиль лагеры уңышлы тамамланды

16 июль көнө “ Йәйләү” профиль лагерын ябыу тантанаһы булып үтте. Лагерҙа бөтәһе 30 һәләтле бала файҙалы һәм күңелле ял итте, һаулығын нығытты. Шулай уҡ уҡыусыларға Башҡорт дәүләт университетынан килгән филология фәндәре кандидаттары, доцент Исҡужина Фирүзә Сәлихйән ҡыҙы, журналистика кафедраһы доценты Әхмәтйәнова Наилә Әхмәҙулла ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр, журналистика серҙәренә өйрәттеләр. Лагерҙа Әҙәбиәт йылына арналған төрлө саралар, лекциялар, презентациялар, пресс-конференциялар үткәрелде, «Хәйбулла хәбәрҙәре” район гәзите, Аҡъяр телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, районыбыҙҙың Йәштәр парламенты, “ Атайсал” гәзитенең хәбәрсеһе Гөлдәр Ҡадаева, билдәле сәсәниә Фәниә Арыҫланова менән осрашыуҙар уҡыусылар күңелендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып ҡалды.

Лагерь тормошонда 1-се Аҡъяр, Мәмбәт, Йәнтеш, Һамар, Уфимка, Маҡан,Әбүбәкер,Бүребай мәктәбе уҡыусылары актив ҡатнаштылар һәм “Йәйләү”  профиль лагерының маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. 

Просмотров: 691 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: