Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Июль » 13 » Йәйләуҙә Сәмерханова Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы ҡунаҡта
07:17
Йәйләуҙә Сәмерханова Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы ҡунаҡта

«Йәйләү”  лагеренда ял итеүсе балалар менән эшләүгә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусылары ла йәлеп ителде. Филология фәндәре кандидаты,  педагогика факультетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса декан урынбаҫары  Сәмерханова Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы үҙе менән таныштырып үткәс, ҡыҫҡаса уҡыу йорто һәм белем биреү йүнәлештәре тураһында һөйләп үтте. Артабан йәш быуынға патриотик һәм рухи-әхләки тәрбиә биреү буйынса һөйләшеү ойошторолдо.  Балалар хәҙерге заман шарттарында телһөйәрлек, илһөйәрлек тойғоларын нисек тәрбиәләү  тураһында уйҙары менән бүлеште, фекерҙәрен тормош - күренештәренән алынған миҫалдар менән нығытты. Артабан тыуған ил, тыуған ер тураһындағы һөйләшеү сиктәрендә балалар үҙҙәре йәшәгән яҡтарҙың ер-һыу атамаларының  легендаларын иҫкә төшөрҙө. Артабанғы тема башҡорт ырыуҙары, уларҙың  эске бүленеше тураһында ине.  Балалар ырыу, нәҫел, тоҡом, ара, зат төшөнсәләрен айырҙы. Үҙҙәренең тоҡомо, заты тураһында белгәндәрен барланы. Башҡорт йолалары тураһындағы һөйләшеү айырыуса йәнле үтте. Боронғо йолалар тураһында һөйләгән ваҡытта уларҙың хәҙерге заманда һаҡланышы, айырым яҡтарҙа уларҙың  мәғәнәһе тураһында фекер алышыу ҡыҙыу барҙы. Балалар айырым йолаларҙың үтәлешен ҡыҫҡаса теркәп тә барҙы. Һуңынан балалар башҡорт халыҡ уйындарынан  «Алырымҡош менән Бирмәмҡош», «Сысҡан менән Бесәй» уйындарын уйнанылар.

Просмотров: 142 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: