Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Июнь » 24 » “Йәйләү” республика профилле лагеры
13:17
“Йәйләү” республика профилле лагеры

Уҡыуҙар тамамланып, йылы көндәр етеу менән республика кимәлендәге һауыҡтырыу һәм профиль лагерҙар уҙ ишектәрен һәләтле балалар өсөн асты. “Йәйләү” профилле лагеры быйыл да уҡыу алдынғыларын, башҡорт теле һэм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиада, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән республика олимпиадаһы һәм төрлө конкурстар еңеүселәрен, призерҙарын саҡырҙы. 14 көнгә иҫәпләнгән “Йәйләү” профилле лагеры 25 июндән Әлшәй районының Чехов исемендәге санаторийы базаһында үҙенең эшен башлаясаҡ.

Ял итеүселәрҙең йәше 12-15 араһы. Төп маҡсат - туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, музыка ҡоралдарында уйнап өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендаларын өйрәнеү, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менэн танышыу.

Республика кимәлендә уҙғарыласаҡ “Йәйләү” профилле лагерына Хәйбулла районынан Татыр-Үҙәк урта мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Тимербаева Алтынайға ял итеү бәхете тейҙе.

Просмотров: 260 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: