Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2013 » Июнь » 14 » Йәйләүҙәрҙә –туғай, туғайҙарҙа…..- балалар!
09:20
Йәйләүҙәрҙә –туғай, туғайҙарҙа…..- балалар!
     Хәйбулла районында балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Йәйҙең тәүге көнөнән үк төрлө профилдәге лагерҙар үҙ эшен башланы. Был профилле лагерҙар рәтендә «Йәйләү» лагеры ла бар. «Йәйләү» лагеры 18 июндән эш башлаясаҡ.  Лагерҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте фәндәре буйынса район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан, үҙ районыбыҙҙы яҡлап сығыш яһаған  уҡыусылар ял итәсәк. Улар ял итеп кенә ҡалмай, үрҙә әйтеп кителгән фәндәрҙән белемдәрен дә нығытасаҡ. Уларға белем биреү өсөн, Башҡорт дәүләт университетынан фән кандидаттары ла йәлеп ителгән.Әйтеп китергә кәрәк, үткән йылда «Йәйләү» профиле лагерында ял иткән уҡыусылар быйылғы уҡыу йылы дауамында тик яҡшы өлгөләр генә күрһәттеләр.Мәҫәлән, район кимәлендә уҙғарылған Башҡортостан мәҙәниәте буйынса олимпиадала Хаббин Рөстәм, Ишбулатова Динә 2 урын,  Ҡәйепова Наҙгөл 3 урын,«Һаумы, һаумы Әкиәт!» конкурсында Ғәббәсова Рәзилә 3 урын һ.б. яуланылар.
Просмотров: 970 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: