Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Июль » 9 » “Йәйләү” профилле сменаһы мауыҡтырғыс уҙа.
13:22
“Йәйләү” профилле сменаһы мауыҡтырғыс уҙа.

     Башҡортостаныбыҙҙың матур төйәгенең береһе Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында урынлашҡан  "Йәйләү" ял итеү үҙәгенең  беренсе  аҙнаһы шаулап – гөрләп үтеп бара.  Йәйләү-2021  сменаһының етәксеһе Ниғмәтуллин Радмир Вәкил улы, лагерь өсөн яуаплы булып Татыр-Үҙәк мәктәбе тәғәйенләнде. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы  Бураҡаева тарафынан әҙерләнгән программаны тәжрибәле әйҙәүсе  Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы тормошҡа ашыра, уға  лагерҙа дәртләнеп эшләгән йәш әйҙәуселәр (Ҡаҙаҡбаева Йәзилә Илһам ҡыҙы, Хәбибуллина Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы) ҙур ярҙам күрһәтә.

          Беренсе көн ял итергә килеүсе балаларҙы ҡабул итеүгә, сменаны асыуға әҙерлек алып барыуға, ырыуҙарға бүленеүгә, үҙ ырыуҙарының оранын, тамғаһын, ағасын, ҡошон, батырын, йырын һәм девизын өйрәнеүгә бағышланһа , икенсе көн Йәйләүҙе асыу сараһы,   Заятүләк менән Һыуһылыу эпосы буйынса конкурс үткәрелде. Өсөнсө көн саф һауала конкурстар, уйындар менән башланып китте. Балаларға патриотик рух тәрбиәләү маҡсатында "Тыуған яҡ", "Башҡортмон" тигән йырҙарҙы өйрәнделәр. Ә кисен  Баймырҙин Риф Мәжит улы дин әһелдәре менән  осрашыу үткәрҙе. Был осрашыу балалар өсөн бик фәһемле  булды. Оло Әбеш ауылының ағинәйҙәре (Хәтирә Зыя ҡыҙы һәм Аҡсәскә Рәсул ҡыҙы) менән осрашыу кисәһе лә бик файҙалы һәм мауыҡтырғыс уҙҙы. Татыр-Үҙәк мәктәбенең директоры Баймырҙин Риф Мәжит улы балалар өсөн уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресен дә күрһәтеп өлгөрҙө. 

Просмотров: 162 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: