Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июнь » 30 » “Йәйләү” лагеры тәрбиәләнеүселәре - экологик экскурсияла
09:27
“Йәйләү” лагеры тәрбиәләнеүселәре - экологик экскурсияла

Вәзәм ауылы эргәһендә урынлашҡан “Рамаҙан ҡоҙоғо” тураһында бик күптәрҙең ишеткәне барҙыр. Әбеш ауылы мәктәбе яны интернатында  йәйләүсе  “Йәйләү” профилле лагеры ял итеүселәренә лә ошо ҡоҙоҡто үҙ күҙҙәре менән барып күреү бәхете тейҙе.

Иртәнге ашты ашап алғандан һуң, “Йәйләү”лагеры балалары үҙҙәренең вожатый-тәрбиәселәре Яҙыҡбаева Л.М., Гәрәйева Л.М., урындағы ауыл китапхана китапханасыһы Күскилдина М.Х. етәкселегендә Вәзәм ауылына юл тотто. Автобус әкиәттәге шикелле итеп биҙәлгән өй янына килеп туҡтағас, барыһы ла тәҙрәгә күҙ һалды. Унда беҙҙе тыл һәм хеҙмәт ветераны, беҙ юл тотҡан ҡоҙоҡҡа исем дә, ғүмер ҙә биреүсе Рамаҙан Сурин көтөп тора ине. Артабан юлыбыҙҙы уның менән берлектә дауам иттек.

Бына автобус бейек тау итәгендә урынлашҡан ҡоҙоҡ янына килеп туҡтаны.Тау битләүенең яртыһында тиерлек урынлашҡан ҡоҙоҡтоң сылтыр-сылтыр аҡҡан тауышы ишетелә. Тын ҡалып ҡоҙоҡ тауышын тыңлап торғандан һуң, олатайыбыҙ “Рамаҙан ҡоҙоғо”ноң тарихын уҡыусыларға бәйән итте: “Беҙҙең бала саҡ, балалар, аслыҡ һәм яланғаслыҡ йылдарына тура килде. Өҫкә кейергә кейем, ашарға тамаҡ булмағас, мәктәпкә йөрөү бәхете лә теймәне. Ошо тауҙың итәгендә, Вәзәм йылғаһы буйында урынлашҡан яланда борон иген сәсә торғайнылар. Беҙ бер өйөр балалар, йәй көнө ошонда килеп башаҡ йыя торғайныҡ. Вәзәм йылғаһы йәйге эҫелә ҡороғанға күрә, тамаҡ сарсап китһә, үҙебеҙҙән бейек булып үҫкән кесерткәндәрҙе йырып, ошо ҡоҙоҡтан һыу эсергә күтәрелә торғайныҡ. Миндә шул ваҡыттарҙан күңелемдә бер хыялым йәшәне: үҫеп буй еткәс, ошо ҡоҙоҡто тәрбиәләү, кәртәләп алыу. Ләкин был изге хыялымды хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тормошҡа ашыра алдым. Тәүҙә егеттәр яллап, ҡоҙоҡто яңынан ҡаҙҙырҙым. Аҙаҡ балаларым менән бергәләп кәртәләп алдыҡ.тәртипкә килтерҙек. Шул көндәрҙән алып был ҡоҙоҡто “Рамаҙан ҡоҙоғо ” тип йөрөтәләр. Ҡоҙоҡ янына ял итеүселәр , юлсылар бик күп килә. Уларҙың ҡайһы берҙәре ҡыйлап китһә,бәғзеләре йыйыштырып, тәртипкә килтереп китә.”

Балалар олатайҙы бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр. Тауға күтәрелеп, ҡоҙоҡтан һыу эстеләр, бергәләшеп ҡоҙоҡ биләмәһен йыйыштырҙылар. Быларҙың бөтәһен дә Рамаҙан олатай Сурин ҙур ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек менән күҙәтеп ултырҙы. Был  сара бергәләп фото төшөү, күңелле уйындар уйнау менән тамамланды. Бөтәһе лә бик ҡәнәғәт булып, ҡайтыу яғына юл алды.

Просмотров: 572 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: