Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Июль » 12 » «Йәйләү»-гөрләй-2021
09:47
«Йәйләү»-гөрләй-2021

Был юҫыҡта ял итеү үҙәге тәрбиәселәре һәм башҡорт теле уҡытыусылары түбәндәге маҡсаттар һәм бурыстар талаптарына ярашлы эш алып бара: юғары кимәлдә башҡорт телендә һөйләшеү, тарихын, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белеү...
Башҡорт халҡының һәм башҡа милләт вәкилдәренең тарихы, традицияһы тураһында мәғлүмәт алыу һәм уларҙы өйрәнеп киләсәк быуынға тапшырыу. Илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында һәр балала иң элек үҙ туған теленә, халҡына ҡарата һөйөү тәрбиәләнә. Был лагерҙа һәр көн кыҙыҡлы һәм файҙалы үтә. Бына бөгөнгө көн дә балалар хәтерендә мәңгегә ҡалырлыҡ булды.Иртәнсәк яҡшы кәйеф тейәп юлға сыҡтыҡ. Маршрут: Әбеш-Үрнәк-Аҡнаҙар-Ҡаҙырша-Ғәлиәхмәт-Аҡъюл-Бүре-Сик-Вәзәм-Әбеш.
Әбештән сығып киткэс, тирә-яҡ тәбиғәтенә һоҡланып килә торғас, Үрнәк, Аҡнаҙар ауылдарын үтеп тә киттек. БынаҠаҙырша ауылы эргәһендәге тарихҡа бай, мөғжизәле “Пәйғәмбәр ташы”на килеп тә еттек. Һәр кемебеҙ һаклыҡ менән генә уға яҡынлаштыҡ. Мөғжизә! Ташта кеше аяғы эҙҙәре уйылып ята! Береһендә ҙур, икенсе ташта бәләкәй эҙ... Был легенда буйынса Пәйғәмбәрҙең аяғы эҙҙәре. Беҙ ул ташты тотоп ҡараныҡ. Ҡулдарыбыҙҙы Пәйғәмбәрҙең аяҡ эҙҙәренә ҡуйып теләктәр теләнек. Ә ҡоҙоғонан шифалы һыу эстек. Изге ер менән хушлашып сәйәхәтебеҙҙе дауам иттек. Ҡаҙырша ауылына юл тоттоҡ. Ундағы данлыҡлы мәсеткә инеп доғалар тыңлап сыҡтыҡ. Был мәсеткә 150 йыл! Мәсеттәрҙе емереүҙәр башланғас, был ауыл муллаһы Игебаев Нуритдин мәсетте емереүгә ҡаршы тороп һаҡлап алып ҡалған. Ваҡыт уҙыу менән мәсетте яңынан тергеҙгәндәр. Ә мулла мәрхүм булғас, уны айырым ауыл янындағы тау битләүенә ерләгәндәр.
Аҡъюл ауылы янында Һаҡмар менән Йылайыр йылғалары ҡушылған ерҙә туҡталдыҡ. Ниндәй матур тәбиғәт... Ҡоштар сут-сут һайрай. Әллә улар ике йылға ҡушылдығы ерендә булғандарына маһаялар!? Һыу инеп, тамаҡ ялғап ял итеп алғас, юлыбыҙҙы дауам иттек. Бүре, Сик ауылдары аша үтеп Вәзәмгә лә килеп еттек. Һәр бер ауылдың үҙ тарихы бар. Тарихи ерҙәр буйлап йөрөп, илһам, дәрт алып, тәьҫораттарға батып, тәрән хис-тойғолар кисереп кискә Әбешкә әйләнеп ҡайттыҡ. Бөгөнгө көн дә файҙалы,мәғлүмәтле һәм тарихҡа бай булды.
09.07.21 йыл.

Просмотров: 149 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: