Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Июль » 14 » Йәйләүҙә
14:15
Йәйләүҙә

Йәйләүҙә Сибай институты доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы дәрестәре дауам итә. Бөгөнгө дәрес ял итеүсе балаларҙың береһе Байгилдин Илнарҙы  тыуған көнө менән ҡотлауҙан башланды. Хәҙер инде бер татыу ғаиләгә ойошҡан балалар Илнарҙы матур итеп башҡортса ҡотланы, теләктәрен еткерҙе. Артабан һүҙ башҡорт халҡының йола һәм дини байрамдары тураһында барҙы. Балалар  Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарының тарихы, үткәреү тәртибе менән танышты. Уҡытыусының ҡыҙыҡлы һорауҙарына яуап табыу өсөн балаларға хатта ата-әсәләрҙең, өләсәй-олатайҙарҙың, ашнаҡсы апайҙарҙың ярҙамы кәрәк булды! Ҡыҙыҡлы һөйләшеү барыһына ла оҡшаны!

           Артабанғы тема Тыйыуҙарҙа әхлаҡ нигеҙҙәре тип атала ине.  Балалар үҙҙәре белгән тыйыуҙарҙы иҫкә төшөрҙө, аҙаҡ уларҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышты, уларҙың төп тәғәйенләнеше тураһында фекер алышты.

          Дәрес аҙағында тыуған көнөн билдәләүсе Илнарға һәм дәрестә әүҙем ҡатнашыусыларға Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы үҙенең китаптарын бүләк итте. Аҙаҡ балалар башҡортса йырҙар йырланы, башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны.

Просмотров: 142 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: