Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июнь » 8 » Йәйге ял башланды
07:46
Йәйге ял башланды

Уҡыусыларҙың йәйге ялын һәм хеҙмәтен ойоштороуға Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәптәбендә  айырым  иғтибар бирелә.   Мәктәп янында  ҙур емеш һәм йәшелсә баҡсаһы булдырылған. Унда кишер, сөгөлдөр,кәбеҫтә,томат, борос, ҡабаҡ  үҫтерелә. Алма,абрикос, слива ағастары, виноград ҡыуағы емеш бирә.Өлгөргән йәшелсә, емештәр көҙгөһөн йыйып мәктәп ашханаһына тапшырыла. Баҡса эштәрен күберәк уҡыусылар башҡара. Бына 6 йыл рәттән бройлер себештәрен үҫтерәбеҙ. Уҡыусыларҙың  аш рационын ит менән тулыландырыуҙа уларҙың роле ҙур ғына. Уҡыусыларҙы хеҙмәткә йәлеп итеү өсөн  Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша уларға күпмелер күләмдә аҡса түләнә . Шулай итеп, уҡыусылар  үҙҙәрен ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ менән тәьмин итеү менән бер рәттән, баҡса үҫтереү, аҡса табыу серҙәренә лә өйрәнәләр. Мәктәптең 2 уҡыусыһы томат үҫтереү, виноград ҡыуаҡтары үрсетеү буйынса белемдәре менән уртаҡлашыу, тағы ла  камиллаштырыу маҡсатында төрлө сараларҙа ҡатнашалар. Үткән уҡыу йылында Өфө ҡалаһында уҙғарылған « Юннат -2016» күргәҙмәһендә 1 һәм 2 урындарға лайыҡ булһалар, Бөтә Рәсәй « Юннат - 2016» күҙгәрмәһендә ҡатнашып ошо уҡ уҡыусылар баҡыр миҙал алып  ҡайттылар. Алдағы уҡыу йылдарында тағы ла бейек үрҙәрҙе яулау уларҙың маҡсаты . Уҡыусыларҙың быйылғы йәйге ялына килгәндә , бөгөнгө көндә 9 уҡыусы профиль лагерҙарында ял итәләр, 44 уҡыусы мәктәптә ойошторолған көндөҙгө ял итеү үҙәгенә йәлеп ителгән. Тағы ла 20 уҡыусы Хеҙмәтте ойоштороу лагерында булһа, 15 уҡыусы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге аша эшкә йәлеп ителәсәк.  Уҡыусыларҙың йәйге ялын дөрөҫ  ойоштороу – уларҙың сәләмәтлеген нығытыу, насар ҡылыҡтарҙан ҡурсалау маҡсатына ирешеү.  Был ата-әсәләрҙең дә , мәктәп уҡытыусыларының да изге бурысы.

 

Просмотров: 513 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: