Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Март » 23 » IX класс уҡыусыларын туған башҡорт теленән төп дәүләт имтиханына әҙерләү
10:16
IX класс уҡыусыларын туған башҡорт теленән төп дәүләт имтиханына әҙерләү

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы 2015 йылдың 19 мартында раҫлаған төп дөйөм белем биреү һәм урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү тәртибенә ярашлы IX класс уҡыусыларының үҙ теләктәре  менән төп дәүләт имтиханы итеп  туған башҡорт телен һайлау мөмкинселеге бар.  Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында был имтихан  яҙма формала  үтә, уҡыусылар диктант яҙалар.

Диктант яҙыу - бик ҡатмарлы процесс. Имтихан һөҙөмтәләре ыңғай булһын өсөн, уҡыусыларҙың яҙма телмәре юғары кимәлдә үҫешкән булырға тейеш. Уҡытыусыға балаларҙы был һынауға сифатлы итеп нисек әҙерләргә?  Диктант яҙыуға әҙерлек эшенең этаптарын ҡарап үтәйек.

I этап. Фонетиканы ҡабатлау

 Башҡорт телендә дөрөҫ яҙыу фонетик-фонематик принципҡа ҡоролған: күпселек һүҙҙәр башҡорт телендә нисек ишетелә — шулай яҙыла. Дәрестең бөтә этаптарында ла уҡыусыларҙың башҡорт өндәрен фонематик ишетә алыу һәләтлеген формалаштырыуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Уҡыусы башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтә белергә, артикуляцияһын аңларға тейеш. Бер генә өндө яңылыш әйтеү ҙә һүҙҙең мәғәнәһен үҙгәртә. Мәҫәлән:

1) Күлдә балыҡ йөҙә. - В озере плавает рыба. Көлдә балыҡ йөҙә.-  В золе плавает рыба.

2) [ң] өнөн ҡабатлағанда, сағыштырыу алымын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирер: Мин-Миңлебай. Ә үҙемә ун йәш. Ми/нең/ уң/  я/ғым/да/  миң/  бар. Мин-я, миң-родинка, уң-правый , ун-десять. Өндө бер-нисә тапҡыр хор менән уҡыу, асыҡ һәм ябыҡ ижектәр төҙөү: мин, киң, сана, ҡайнатма, ялан, уң, туң.

Дәрес һайын үткәрелгән орфоэпик-артикуляцион күнегеүҙәр, тел төҙәткестәр, төрлө тиҙәйткестәр, мәҡәлдәр һәм шиғырҙар уҡыусыларҙа башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Шуны оноторға ярамай, уҡытыусының үҙенеү телмәре лә уҡыусылар өсөн орфоэпик яҡтан өлгө булып торорға тейеш.

II этап. Һүҙлек эше

Һүҙлек эше һәр дәрестә системалы алып барылырға тейеш. Теге йәки был грамматик теманы өйрәнә башлау алдынан, уҡытыусы тема менән бәйле программалағы һүҙҙәр исемлеген ҡарап сыға, пассив үҙләштерелә торған һүҙҙәрҙәң мәғәнәһен аңлата, ҡулланыу даирәһен күрһәтә, актив һүҙлекте үҙләштереү буйынса эшмәкәрлек ойоштора. Программа буйынса ауыр яҙылышлы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға өйрәтеү, уларҙы ҡабатлау, уҡыусының һүҙ байлығын арттырыу, иғтибарлыҡты һәм фонематик ишетеү һәләтен үҫтереүҙә һүҙлек диктанттарының роле ҙур. Һүҙлек диктанттарының  төрҙәре күп: әҙерлекле диктант, күрмә диктант, һайланма диктант, яттан яҙыу. Хаталарҙы иҫкәртеү маҡсатында "Айырманы аңлат" ысулы отошло. “Төшөп ҡалған хәрефте ҡуй", "Хатаны тап" кеүек күнегеүҙәр ҙә уҡыусылырҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен булдыра. Дәрес һайын үткәрелгән һүҙлек эше уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байыта, орфографик һиҙгерлеген, телмәрен үҫтерә, ә дөйөм алғанда, дөрөҫ яҙыу һәләттәрен формалаштырыуға булышлыҡ итә.

III этап.  Өйрәтеү характерында диктанттар яҙҙырыу

   Өйрәтеү диктанттарын яҙҙырыу уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыуҙы, өйрәнелгән орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдә ҡулланырға күнектереүҙе, ошоноң аша балаларҙың грамоталылығын күтәреүҙе, телдең лексикаһын, һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең синонимдарын, синоним формаларын ҡуллана белеүҙе өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Уҡыусы нормаль темп һәм иғтибар менән үҙ аллы яҙырға, текстарҙа орфограммаларҙың дөрөҫ яҙылышын, пунктограммаларҙың дөрөҫ ҡуйылышын билдәләргә, тексҡа орфографик һәм пунктуацион анализ яһарға өйрәнә. Өйрәтеү диктанттарын өҫтәлмә эштәр менән үткәреү отошло.

1. Иҫкәртмәле диктанттарҙытәүҙә орфограммаларҙың яҙылышына һәм пунктограммаларҙың ҡуйылышына аңлатмалар яһап йәки уларҙы уҡыусыларҙан ҡабатлатып яҙҙырабыҙ. Был төр диктант уҡыусыларҙан ныҡлы иғтибар, хәтергә таянып эш итеүҙе талап итә; уларҙы тәүҙә уйларға, һөҙөмтә яһарға, шунан һуң ғына яҙырға, үҙ фекерҙәрен, ҡараштарын иҫбатларға өйрәтә.  

2. Аңлатмалы диктантүткәргәндә, орфограммаларҙың дөрөҫ яҙылышына, тыныш билдәләренең ҡуйылышына, стиль төҙөклөлөгөнә тексты яҙғандан һуң аңлатма бирелә. Был төр диктант ишетеү аша дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен бирә, әйтелгән һөйләмдең йөкмәткеһен тулы аңларға, уны тулы көйөнсә тиҙ яҙырға күнектерә.

3. "Үҙемде үҙем тикшерәм" диктанттары орфография һәм пунктуация буйынса алған белемдәрҙе телмәрҙә  ҡулланырға өйрәтеүҙә яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

4. Әҙерлекле диктантҡауҡыусылар алдан әҙерләнеп килә. Мәҫәлән, өй эшенә 2-3 текст бирелә. Балалар текстар өҫтөндә эшләйҙәр, ә икенсе дәрестә уҡытыусы бер тексты әйттереп яҙҙыра.

5.Контроль күсереп яҙыу диктантыняҙғанда уҡыусыларҙың күреп иҫтә ҡалдырыу һәләте үҫешә.

IV этап. Хаталар өҫтөндә эш үткәреү

Хаталар өҫтөндә эш - ул уҡыусыларҙың яҙма эштә булған хаталарын төҙәтеүгә һәм анализлауға йүнәлтелгән эше. Уны айырым дәрестәр менән генә сикләргә ярамай, шулай уҡ системалы алып барылырға тейеш.

Был эш төрөн төрлө формала үткәреп була:

а) Уҡытыусы хата ебәрелгән һүҙҙе (һөйләмде) әйтә, бер уҡыусы һүҙҙе (һөйләмде) яҙа, хатаны аңлата. Аҙаҡ һәр уҡыусы үҙенең эшенән шундай төр хатаны табып төҙәтә.

б)  Уҡытыусы орфографик йә пунктуацион ҡағиҙәгә миҫал килтерә, уҡыусылар үҙ хаталарын табып төҙәтәләр.

в) Уҡытыусы таҡтаға хаталы һүҙҙе (һөйләмде) яҙа, уҡыусылар орфограмманы, пунктограмманы таба һәм уға тап килгән ҡағиҙәне ҡабатлай, бер нисә миҫал менән нығытып ҡуя.

г) Хаталар үҙенсәлеген иҫәпкә алып төҙөлгән өҫтәлмә күнегеүҙәр бирелә.  Улар мотлаҡ тикшерелә һәм баһалана.

 Телдең һығылмалылығын, матурлығын күрһәтеү өсөн, камил һөйләмдәр һәм текстар ярҙамында мауыҡтырғыс күнегеүҙәр үткәреү урынлы булыр. Текстарҙың йөкмәткеһендә сағылған рухи хазиналарыбыҙ, күренекле шәхестәребеҙ тураһындағы мәғлүмәттәр аша уҡыусыларыбыҙҙа халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләнер. Ябай уйын кеүек тойолһа ла, бындай күнегеүҙәр туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүҙә, милләт  бәҫен күтәрерлек киләсәк быуын вәкилдәрен формалаштырыуҙа мөһим роль уйнар.

I. Диктант.  Имтихан сәғәт 10:00 – да  башлана. Бер партала бер уҡыусы ултыра. Теүәл 60 минут бирелә.110-130 һүҙгә яҡын текст бирелә. Тәүге уҡыу ошо ваҡытҡа инә. Диктант өс тапҡыр уҡыла.1) Беренсе тапҡыр уҡытыусы тексты тасуири  итеп уҡып сыға. Уҡығандан һуң, ике минут уйланырға ваҡыт бирелә. Йөкмәткеһе буйынса эш алып барыла.  Ауыр һүҙ аңлатыла. Өс һүҙгә тиклем аңлашылмаған һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙырға мөмкин (3-тән артыҡ яҙырға ярамай).2) Аҙаҡ һәр һөйләм әйтеп яҙҙырыла (һәрһөйләм ике мәртәбә уҡыла) 3)  Яҙып бөткәс, уҡытыусы тексты тулы килеш уҡый. Уҡыусылар яҙмаларын үҙаллы тикшереп сығалар.

Ҡара гелевая ручка менән яҙабыҙ.

Иҫкәрмә: диктантты  рус мәктәбендә уҡыған  “башҡорт”  һәм  рус  балалары  яҙа, шуның өсөн бик тиҙ уҡымағыҙ. Аныҡ уҡырға тырышығыҙ!

II. Изложение. 180 минут бирелә. Уҡыу ҙа үҙ эсенә инә. Изложение өс тапҡыр уҡыла. 1) Беренсе тапҡыр уҡытыусы тексты тасуири  итеп уҡып сыға. Уҡығандан һуң, ике минут уйланырға ваҡыт бирелә.  Ауыр  3-5 һүҙҙе таҡтаға яҙырға мөмкин (унан артыҡ ярамай). 2) Икенсе тапҡыр уҡыла.  Уйланырға тағы ла бер ни тиклем ваҡыт бирелә.    3) Өсөнсө тапҡыр уҡығас, балалар яҙа башлай. 475- 500 һүҙгә яҡын текст бирелә.

Ҡара гелевая ручка менән яҙабыҙ.

 

 

 

Просмотров: 1074 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: