Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Октябрь » 24 » Өфө урта мәктәбенда Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре менән осрашыу үтте.
13:46
Өфө урта мәктәбенда Башҡорт дәүләт университеты вәкилдәре менән осрашыу үтте.

19 октябрҙә Өфө ауылы мәктәбендә  9-11 класс уҡыусыларыөсөн БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты уҡытыусылары һәм студенттары менән профориентацион маҡсатта осрашыу үтте. Был сарала филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев, филология фәндәре докторы, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Илшат Камил улы Янбаев менән 4 студент ҡатнашты.

Осрашыу программаһы бай булды. Уҡыусыларҙы иң тәүҙә Илшат Камилулы һәм Мирас Хәмзә улы сәләмләне. Улар БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, ундағы йүнәлештәр, уҡырға инеү өсөн ниндәй имтихандар бирергә кәрәклеге, дистанцион олимпиадаларҙа ҡатнашыу, уҡыуҙы тамамлаған белгестәрҙең ҡайҙа эшкә төшә алыуҙары хаҡында бик ентекле сығыш яһанылар. 4 курс студенты Илнар Байбулов уҡыусыларҙы күңелле студент тормошо менән  таныштырҙы. Илнарҙың һәм 2 курс студенткаһы Нәҙерғолова Ләйсәндең дәртле бейеүҙәре кисәгә йәм өҫтәне. Шулай уҡ 2 курс студенткаһы Эльвина Шәғәлина уҡыусыларға үҙенең моңло йырҙарын бүләк итте. Уҡыусылар юғары уҡыу йортонда уҡыу осоронда   яҡшы белем алыу менән бер рәттән  төрлө һәләттәрҙе  үҫтереп булыуын да яҡшы төшөндөләр.

Осрашыу аҙағында Өфө ауылы мәктәбенең  7 класс уҡыусылары Роднова Виктория, Исҡужина Лиана, Кәримова Диана ҡунаҡтар алдында  концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.

Уҡыусыларҙың фекеренсә, бындай осрашыуҙар бик ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки бөгөнгө уҡыусылар – буласаҡ студенттар.

 

Просмотров: 485 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: