Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Декабрь » 14 » Өфөлә үткән башҡорт теленә арналған рух һәм күңел байрамында район уҡыусылары ҡатнашты.
10:06
Өфөлә үткән башҡорт теленә арналған рух һәм күңел байрамында район уҡыусылары ҡатнашты.

Районыбыҙҙан йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән Татыр-Үҙәк, Степной һәм Әбүбәкер мәктәптәренән өс уҡыусы Өфөлә Конгресс - Холда Башҡорт теле көнөнә арналған байрам сараһында ҡатнашыуға өлгәште. Төркөмдө Татыр-Үҙәк мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Түлебаева Р.И. оҙатып йөрөнө. Был сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаларында, конкурстарында еңеүсе 227 уҡыусы йыйылды.

Сараның маҡсаты - уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу үҫтереү, үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ихтирам тәрбиләү; башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни йолаларын һаҡлау, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу өсөн шарттар булдырыу.

Республиканың төрлө төбәгенән килгән илһөйәр, телһөйәр балалар өсөн ойоштороусылар бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләгән ине. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны.

Артабан тамаша залында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү танатанаһы, байрам кисәһе уҙҙы. Шуныһы айырым иғтибарға һәм хөрмәткә лайыҡ: Әбүбәкер мәктәптәбенән 10 класс уҡыусыһы Билалова Айгүзәл (уҡытыусыһы Сынбулатова Р.Һ.) Мәғариф министрлығы үткәргән республика көнө һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналғын “Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсында һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Рус телендәге әҫәрҙәргә нәфис тәржемә” конкурсында еңеүгә өлгәшеүсе!

Өфөлә үткән был күркәм байрам ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы.

Просмотров: 308 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: