Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Сентябрь » 7 » Башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһе
06:25
Башҡорт теле уҡытыусыларының август кәңәшмәһе

26 август Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбендә район башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенең уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе сиктәрендәге секцион ултырышы үтте. Кәңәшмәнең темаһы итеп “ Уҡытыусыларҙың һөнәри үҫешендә белем биреүҙең сифатын күтәреү ” алынды.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы уҡытыусылар алдында түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

  •    Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен  уҡытыуҙың сифатын күтәреү маҡсатында,  белем биреүҙең заманса  ысулдарын ҡулланып, уҡыусының үҫешенә шәхси йүнәлешле  ҡараш аша,  үҙаллылыҡ, милли үҙаң, әхлаҡи – эстетик сифаттар тәрбиәләү;
  •   Тыуған илгә һөйөү, ватансыллыҡ тойғоһо, яңы ижтимағи тормош талаптарына яуап бирерлек йәш быуын тәрбиәләү;
  •   Уҡытыусының педагогик оҫталыҡтарын камиллаштырыуға шарттар тыуҙырыу;
  •   Яңы стандартҡа  (ФГОС)  күсеү өсөн методик шарттар тыуҙырыу.

Залда уҡытыусыларҙың  тәжрибә уртаҡлашыу буйынса тупланған материалдарынан, уҡыусыларҙың ғилми – эҙләнеү,  ижади эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.Ултырышта үткән уҡыу йылына Район методик берекмә етәксеһе Р.И. Түләбаева  ентекле анализ яһаны. Рәйфә Искәндәр ҡыҙы уҡыусыларҙың район һәм республика күләмендә уҙғарылған олимпиада һәм ғилми – ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулаған уҡыусылар  һәм уларҙың уҡытыусыларының эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны, һәр уҡытыусының ниндәй һәм нисә сарала ҡатнашыуы буйынса мониторинг төҙөп, экранда яҡтырта барҙы. Уҡытыусылар үҙ эш һөҙөмтәләре   менән ҡәнәғәт ҡалдылар.  

Ултырышта  шулай уҡ актуаль мәсьәләләр ҡаралды: “Һәләтле балалар менән эш” (Уфимка мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Вәлитова Д.З.), “Башҡорт һәм рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программалары” (Мәмбәтова М.Ф., Юнысова Ә.С.), “Яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырыу шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт  телен уҡытыуҙа тыуған проблемалар”(Бикбова Ә.Х., Степной мәктәбе) һ.б. Туған телдәр буйынса методист Бикбаев Ғ.Ғ. уҡытыусыларҙы аттестация үтеүҙең яңы тәртибе менән таныштырып, был өлкәлә уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Дөйөм алғанда, ултырыш бик эшлекле шарттарҙа барҙы.Туған тел уҡытыусылары тарафынан педагогик оҫтахана булдырыу тәҡдиме хуплап ҡаршы алынды.  Ултырышта яңы уҡыу йылына эш планы ҡабул ителде, бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды. Киләһе йылда  юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары менән осрашыуҙар , “Йәш ижадсылар”конкурсын дауам иттереү, шәхси электрон почта аша тәжрибә уртаҡлашыу эшен ойоштороу тәҡдимдәре индерелде.

 

Просмотров: 929 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: