Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Март » 5 » “Башҡортостан ынйылары” район конкурсына мәғлүмәт
15:47
“Башҡортостан ынйылары” район конкурсына мәғлүмәт

27 февраль көнө Балалар ижады йортонда “Башҡортостан ынйылары - 2015” конкурс фестиваленең район этабы үтте.Конкурс - фестивалдең маҡсаты булып уҡыусыларҙа башҡорт халҡының үткәненә, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү уятыу, тыуған төйәктен тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәлгән халыҡ йолаларын, ер-һыу атамалырын өйрәнеү, тергеҙеү, экологик тәрбиә үҫтереү ине. Конкурс-фестиваль “Шишмә – йәшәү сығанағы” девизы аҫтында үтте.Һәр коллектив үҙенен ерлек материалдарына таянып сәхнәләштерелгән сығышын тәҡдим итте. Ҡатнашыусыларҙың сыгышында йыр, бейеү, балаларҙың уйын фольклоры төп урын алды.Конкурс фестивәлдә коллективтарҙың сығыштары бик ҡыҙыҡлы, бай, йөкмәткеле булды. Һөҙөмтәлә 1-се урын Һамар мәктәбенең “Ерэнағас”  фольклор төркөмөнә бирелде, етәксеһе Таймасова Лилиә Мирғәле ҡыҙы. 2-се урын Яны Ергән мәктәбенең “Истоки” фольклор төркөмөнә бирелде, етәксеһе Күсәкова Роза Әхмәтшәриф ҡыҙы.Шулай уҡ конкурстың положениеһы буйынса лидерҙарға айырым конкурс уткәрелде. Улар залда ултырыусылар менән йола уйыны үткәрергә тейеш ине. Был номинацияла Һамар мәктәбе уҡыусыһы Вәхитов Байморатҡа тинләшеүсе булманы. Енеүселәргә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Просмотров: 743 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: