Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2014 » Февраль » 19 » Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән Республика олимпиадаһы
15:48
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән Республика олимпиадаһы

14-15 февралдә Өфө ҡалаһының Республика иҡтисад лицей-интернаты базаһында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән (Тормош һабаҡтарынан )   олимпиада булып үтте. Быйылғы уҡыу йылында район намыҫын яҡлау түбәндәге уҡыусыларыбыҙ иңенә төштө. Улар: Байғусҡар урта мәктәбенең  уҡыусылары  Хәбибуллина Наҙгөл (8 класс) һәм   Ҡолсонбаева Яҙгөл (7 класс, уҡытыусыһы Ә.Ф.Баймырҙина), Татыр-Үҙәк урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Әхтәмов Артур (уҡытыусыһы М.Р.Байғужина) һәм Һамар урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Исмәғилова Айгизә (уҡытыусыһы Г.З.Кәримова).  Һөҙөмтәлә, Байғусҡар урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Хәбибуллина Наҙгөл   II урын яулап,  Башҡортостан  Республикаһы мәғариф министрлығының  II дәрәжә дипломы менән, ә 7-се класс уҡыусыһы Ҡолсонбаева Яҙгөл,  яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Байғусҡар урта мәктәбенең Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы Баймырҙина Әлфиә Фанияз ҡыҙына, олимпиада еңеүселәрен әҙерләгәне өсөн, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының  Рәхмәт хаты тапшырылды.

Просмотров: 1227 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: