Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2013 » Август » 23 » Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының август секцион ултырышы
16:27
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының август секцион ултырышы
Аҡъяр ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының август секцион ултырышы үтте. Залда уҡытыусыларҙың тәжрибә уртаҡлашыу буйынса тупланған материалдарынан, уҡыусыларҙың ғилми – эҙләнеү, ижади эштәренән күргәҙмә ойошторолдо.Ултырышта үткән уҡыу йылына Район методик берекмәһе етәкселәре Р.И. Түләбаева, Ә.Ф.Баймырҙина ентекле анализ яһанылар. Улар уҡыусыларҙың район һәм респуьблика күләмендә уҙғарылған олимпиада һәм ғилми – ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулаған уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусыларының эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһаны, һәр уҡытыусының ниндәй һәм нисә сарала ҡатнашыуы буйынса мониторинг төҙөп, экранда яҡтырта барҙы. Уҡытыусылар үҙ эш һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт ҡалдылар. Ултырышта актуаль мәсьәләләр ҡаралды: "Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре”, "Һәләтле балалар менән эш”, "Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙә фәнни – ғәмәли конференцияларҙың роле”, "Яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырыу шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙа тыуған проблемалар”.
Дөйөм алғанда, ултырыш бик эшлекле шарттарҙа барҙы.Туған тел уҡытыусылары тарафынан педагогик оҫтахана булдырыу тәҡдиме хуплап ҡаршы алынды. Ултырышта яңы уҡыу йылына эш планы ҡабул ителде, бурыстар һәм маҡсаттар ҡуйылды. Киләһе йылда юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары менән осрашыуҙар , "Йәш ижадсылар”конкурсын дауам иттереү, шәхси электрон почта аша тәжрибә уртаҡлашыу эшен ойоштороу тәҡдимдәре индерелде.

Просмотров: 1065 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: