Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Январь » 22 » Башҡорт теленән алты призер!!!!
07:44
Башҡорт теленән алты призер!!!!

11 ғинуарҙан алып 13-өнә тиклем баш ҡалабыҙҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика, төбәк-ара олимпиадаһы уҙҙы. Өс көн буйына барған бәйгелә төрлө район-ҡалаларҙан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән телһөйәр, илһөйәр 320 уҡыусы һынау тотто. Шуларҙың 127-е – 9-сы класс уҡыу­сылары, 92-е – унынсылар һәм ун беренселәрҙән 88 уҡыусы. Шулай уҡ  Курган,  Ырымбур, Силәбе өлкәләренән 13 уҡыусы килгәйне. Олимпиадала районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән 6 уҡыусы ҡатнашты: Һамар мәктәбенән Усанова Екатерина (уҡытыусыһы Кәримова Г.З. ), Татыр-Үҙәк мәктәбенән Әхмәҙиева Зөһрә (уҡытыусыһы Тулибаева Р.И.), 1-се Аҡъяр мәктәбенән Ғатауллина Земфира (уҡытыусыһы Ибраһимова Р.К.), Әбеш мәктәбенән Кускилдина Милена (Юнысова Ә.С.), Әбүбәкер мәктәбенән Билалова Нурзилә (уҡытыусыһы Билалова З.Х.), 2-се Аҡъяр мәктәбенән Яковлева Алина(уҡытыусыһы Үзбәкова Г.Д.

     Улар­ҙың сығыштарын ҡарағас, олимпиадала ҡатнашыусылар рухланып, тәүге һынауға – викторина һорауҙарына яуап бирергә ашыҡты.

Икенсе көндө уҡыу­сылар бирелгән тема буйынса инша яҙ­ҙы. Ә төштән һуң мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова менән күрешеү фәһемле булды. Ул ҡыҙ­ҙар һәм егеттәр­ҙең ни өсөн сит ерҙә уҡырға теләүҙәрен, туған телебеҙҙе үҫтереү хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә, уй-фе­керҙәрен белергә килгән ине.
Осрашыуҙан һуң ҡыҙҙар һәм егеттәр шиғырҙы тасуири һөйләү бәйгеһендә үҙен күрһәтте. Сәсән­лек бәйге­һенең шарты – Мифтахетдин Аҡмулланың шиғы­рын яттан һөйләү. Ошо һынау иң ауыры булғандыр, сөнки һин үҙеңде артист та, нә­фис һүҙ оҫтаһы ла итеп күрһәтә белергә тейешһең бит.
Республика олимпиадаһы баһалама ағзаларының ҡарары буйынса Хәйбулла районының алты уҡыусыһы ла призерҙар исемлегенә инде. Улар барыһы ла, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәндәре өсөн, Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнделәр.

Телһөйәр балаларҙы тәбрикләргә абруйлы ҡунаҡтар ҙа килгән. Улар – Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Баш­ҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең директоры Әмир Ишем­ғоловтар. Хөрмәтле ҡунаҡтар йыйылыусылар­ҙы ихлас ҡотлап, иң  изге теләктәрен еткерҙеләр.

Просмотров: 437 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: