Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2014 » Январь » 17 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион – ара һәм республика олимпиадаһы
14:46
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион – ара һәм республика олимпиадаһы
 2014 йылдың  11 – 13 ғинуарында Өфө ҡалаһының Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт лицей – интернаты  базаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән регион – ара һәм республика олимпиадаһы үтте. Олимпиадала Хәйбулла районының  башҡорт мәктәптәренән,  уҡыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 7 уҡыусы ҡатнашты: Ғәлиәхмәт мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Ултыраҡова Зөмәрә (уҡытыусыһы Шәғәлимова З.Б.), Йәнтеш мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Моталова Айзилә (уҡытыусыһы Арыҫланова Г.Р.), Әбүбәкер мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Билалова Рушана (уҡытыусыһы Сынбулатова Р.Һ), Татыр- Үҙәк мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Наставко Диана һәм 11 класс уҡыусыһы Хуртина Маргарита (уҡытыусыһы Түлибаева Р.И.), Подольск мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Марченко Ирина (Ғәлиуллина Р.Ә.), Сиҙәм мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы Фәйзуллина Әҙилә (уҡытыусыһы Фәйзуллина Р.Ә.).
Олимпиада 3 турҙа үтте : 1-се тур -  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина (20 һорау), 2-се тур – инша, текст өҫтөндә эш, 3-сө тур – сәсәнлек бәйгеһе (уҡыусыларҙың үҙҙәре менән таныштырыуы, Р.Бикбаев шиғырҙарын ятҡа һөйләү). Өс турҙа ла беҙҙең уҡыусылар һынатманылар.  Уҡыусыларыбыҙ  Моталова Айзилә, Наставко Диана, Марченко Ирина III урынды яулап, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының    III дәрәжә Дипломы, ә Хуртина Маргарита, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҙғарылған  регион – ара һәм республика олимпиадаһы еңеүселәрен әҙерләгәндәре өсөн Арыҫланова Гөлдәр Рәшит ҡыҙына, Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙына, Ғәлиуллина Раушания Әхмәр ҡыҙына  Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан  Рәхмәт хаты тапшырыла. 
Хәйбулла районы мәғариф бүлеге исеменән еңеү яулаған уҡыусыларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ!
 
 


Просмотров: 1417 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: