Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Декабрь » 3 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы
08:17
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә ултырышы

     26 ноябрь Бүребай урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район берекмә ултырышы үтте. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 6 “и” класында Туғыҙбаева Р.Н. "Минең дуҫым", 5 “б” класында Шәмсетдинова Ә.М. "Сыбар тауыҡ. Сифат", “2” г класында Әҙелгилдина Р.Ә. "Минең ғаиләм"дәрестәрен, башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе 2 “а” класында Ҡолсонбаева Л.М. "Һөйләмдең баш киҫәктәре", 6 “а” класында Гәрәева Л.Р. "Исем" темаһын ҡабатлау буйынса дәрес курһәттеләр. Дәрестәр методик яҡтан дөрөҫ, федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы итеп ҡоролған. Уҡытыусылар дәрестә уҡытыуҙың традицион метод һәм алымдары менән бер рәттән компьютер технологияһын бик урынлы һәм уңышлы ҡулландылар.
     Шулай уҡ берекмә ултырышында Иштәкбаева Ф.Ә."Эшлекле башҡорт теле", Ишбулатова Г.И. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарында яҡташ яҙыусыларҙың ижадына арналған мөйөш булдырыу", Туғыҙбаева Р.Н. "Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү һәм эш программаһын төҙөү үҙенсәлектәр" сығыштары тыңланылды. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүселәр Фәйзуллина Р.Ә. үткәргән оҫталыҡ класында ла "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың тикшеренеү эшмәкәрлеген ойоштору" бик әүҙем эшләнеләр. Мәғариф идаралығы методисы Әлибаева С.Р. уҡытыусыларҙы алда торған эштәр, бурыстар менән таныштырҙы. Ултырыш уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләү буйынса күрһәтмәләр, иғландар менән тамамланды.
     Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Ултырышта ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Просмотров: 129 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: