Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2021 » Август » 26 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе кәңәшмәһе
13:16
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе кәңәшмәһе

                   

        24 август 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте” темаһы аҫтында сираттағы август кәңәшмәһе уҙҙы.

Сараның тәүге өлөшөндә район методик берекмәһе етәксеһе Исҡужина Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы көн тәртибе менән таныштырып, 2020-2021-се уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларының йыллыҡ  эш һөҙөмтәләренә  йомғаҡ яһаны.

Артабан Оло Әбеш, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Юнысова Әминә Сәлихйән ҡыҙы “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең тәрбиәүи әһәмиәте”, Узбәкова Гөлшат Дамир ҡыҙы “Башҡорт  теле  һәм әҙәбиәтен туған телдәр булараҡ өйрәнеү һәм эш программаһын төҙөү үҙенсәлектәре” темаларына сығыш яһанылар. Бай йөкмәткеле сығыштарында  хәҙерге заман талаптарына ярашлы үҙ фекерҙәрен, тәҡтимдәрен  еткерҙеләр. 

Һамар урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Кәримова Гөлнара Зиннур ҡыҙы әҙерләгән “Һәләтле балалар менән эшләү. Олимпиада һәм ижади конкурстарға әҙерлек” темаһына етди Һөйләшеүҙәр алып барылды. Был йүнәлеш буйынса киләһе уҡыу йылына бына шундай маҡсаттар ҡуйылды:

-  уҡытыусыларға киләсәктә  лә олимпиадаға  әҙерлеккә етди ҡарарға;

-  эште системалы һәм эҙмә-эҙлекле ойошторорға;

-  быйылғы йыл призерҙары менән эште дауам итергә, еңеүсе баҫҡысына күтәрергә.  

Шулай уҡ быйыл Оло Әбеш ауылында уҙғарылған «Йәйләү» профилле сменаһы эшенә Татыр-Үҙәк урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Тулибаева Рәйфә Искәндәр ҡыҙы анализ яһаны.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар   башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, туған тел дәрестәрен уҡытыуҙың сифатын күтәреү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Ултырыш аҙағында  юбилярҙарҙы, район һәм республика күләмендә уҙғарылған бәйгеләрҙе, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы баһалау эшендә әүҙем ҡатнашыусы уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр.    Ғөмүмән, сара бик уңышлы үтте. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар юғары кәйеф, киләсәктә педагогик эшмәкәрлеккә өмөтлө пландар ҡороп таралышты.

Просмотров: 192 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: