Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2015 » Февраль » 24 » “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015”
06:50
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015”

16 февраль  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015” регион – ара конкурсының 1 этабы старт алды. Был этапта конкурсанттар раҫланған график буйынса 2015 йылдың 27 февраленә тиклем асыҡ дәрестәр күрһәтә һәм үҙ дәрестәренә анализ яһай. Быйылғы конкурс 20-се тапҡыр уҙғарыла , конкурста бөтәһе 58 уҡытыусы көс һынашасаҡ.

Беҙҙең Хәйбулла районынан 1-се һанла Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы Исҡужина Дилбәр Абрар ҡыҙы ҡатнаша. Ул 17 февраль көнө Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһының 5а класында “Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙең яһалыу юлдары” тигән темаға федераль дәүләт белем биреү стандарттары сиктәрендә  асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес бик йәнле, матур үтте. Яңы электрон технологиялар ҡулланылды: интерактив таҡта, ошо дәрес өсөн эшләнелгән махсус электрон дәреслек,  алынған белемдәрҙе тикшереү маҡсатында  онлайн – тест.

1 турҙың икенсе эше  булып  “Мәғарифтағы минең инициативам” конкурсы. Бында конкурсанттар үҙҙәре эшләгән белем биреү ойошмаһының педагогик коллективы эшмәкәрлегендәге роле, ойошманың эш концепцияһына индергән идеялары, ата-әсәләр һәм йәмәғәтселек менән эш тәжрибәһе, педагогик инициативаһы менән бүлешергә тейеш.

 

Просмотров: 778 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: