Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Ноябрь » 15 » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән район методик берекмә ултырышы
07:39
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән район методик берекмә ултырышы

11 ноябрь Сиҙәм урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының сираттағы методик берекмә ултырышы үтте. Методик берекмә ултырышы ике өлөштән торҙо: практик өлөш һәм пленар өлөш. Практик өлөштә туған тел уҡытыусылары юғары категориялы уҡытыусы Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙының “Исем темаһы буынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Тауҙар.” темаһына асыҡ дәрес ҡараны.Дәрес федераль белем биреү шарттарына тап килтереп төҙөлөп, бик уңышлы һәм фәһемле булды. Асыҡ дәрестән һуң уҡытыусылар акттар залына йүнәлде. Унда улар Иштәкбаева  Ф.Ә. етәкселегендә ойошторолған “Башҡорт йыры”фестивален кинәнеп ҡаранылар. Аҙаҡ бергәләшеп асыҡ дәресте һәм кластан тыш сараны анализланылар.

   Пленар өлөштә уҡытыусылар юғары категориялы уҡытыусы Р.Ә.Фәйзуллинаның (“Федераль белем биреү стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса заманса дәресте моделләштереү”), Бикбаев Ғәни Ғәли улының (“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытусыларының һөнәри эшмәкәрлегендә уҡыусылар менән кластан тыш эште ойоштороу һәм уҡытусыларҙы һөнәри конкурстарға әҙерләү буйынса тәҡдимдәр”), башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмә етәксеһе      Р.И.Түләбәаеваның (“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынсамуниципаль этап олимпиадаһына уҡыусыларҙы әҙерләү буйынса күрһәтмәләр”) темаларына сығыштарын тыңланы. Методик берекмә ултырышынан уҡытыусылар үҙҙәренә кәрәкле, фәһемле нәмәләр алып бик ҡәнәғәт таралыштылар.

Просмотров: 537 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: