Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Декабрь » 14 » Башҡорт теле көнөндә дәүләт теленә иғтибарҙы көсәйтәйек.
09:41
Башҡорт теле көнөндә дәүләт теленә иғтибарҙы көсәйтәйек.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 14 сентябрь 2017 йылғы УГ-159 номерлы «Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһындағы» Указына һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры Гөлназ Радмил ҡыҙы Шафиҡова,  Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина раҫлаған Дөйөм белем биреү ойошмаларында милли әҙәбиәт һәм мәғарифтың күренекле эшмәкәрҙәренең тыуған көндәренә бағышланған саралар тураһындағы Положениеһына ярашлы  бөгөн, 14 декабрь, районыбыҙҙың белем биреү усаҡтарында Башҡорт теле көнө үтә. Был көндөң халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тыуған көнөнә тап килеүе сараларға икеләтә мәртәбә өҫтәй.

Ауыл халҡын, йәмәғәт һәм башҡа ойошмаларҙан, ауыл биләмәләренән вәкилдәр, күренекле әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен йәлеп иткән саралар көн дауамында башҡарыла һәм һығымта яһау менән тамамланасаҡ.

 

Просмотров: 738 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: