Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Декабрь » 15 » Башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙҙы
14:32
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙҙы

Бүребай ауылы “Солнышко” балалар баҡсаһында 14декабрь -Башҡорт теле көнөнә арналған саралар уҙҙы. Көндөң беренсе яртыһында  “Һаумы-һаумы әкиәт!”конкурсы уҙғарылды, был конкурсҡа “Лилиә”, “Миләшкәй”, “Ынйыҡай”, “Аҡ сәскә” төркөмдәре йәлеп ителде. Балалар башҡорт халыҡ әкиәттәрен өйрәнеп бик мауыҡтырғыс, матур итеп һөйләнеләр. Шулай уҡ сара барышында балалар Башҡорт халҡының бөйөк шағир- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында таныштылар, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Сараның ҡунағы Бүребай ауылы моделле библиотека етәксеһе Билалова Лилиә Ғәббәс ҡыҙы балаларҙы  иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне.

Көндөң икенсе яртыһында мәктәпкә әҙерлек “Ынйыҡай”  төркөмдәрендә “Ҡаҙ өмәһе” байрамы үтте. Был байрамға Бүребай ауылының ағинәйҙәре саҡырылды, шулай уҡ балаларҙың өләсәй, ҡартәсәйҙәре Йылайыр районынан, Вәлит, Сәғит, Мәмбәт ауылдарынан килделәр. Байрам барышында балалар ҡаҙ йолҡоу эштәре менән таныштылар, ҡулдан тегелгән ҡаҙҙарҙы алдарына һалып йәбештерелгән ҡаҙ мамыҡтарынан таҙарттылар, малайҙар ҡаурыйҙарҙы һыҙырып ярыштылар. Һуңынан көйәнтәләргә  ҡаҙҙарҙы элеп дәртле йыр аҫтында йылға буйына сайырға алып барып ҡайттылар. Ағинәйҙәр киске ашҡа йыйылған өмәселәргә ниндәй өлөштәр бүлеп бирелеүе хаҡында һөйләп аңлатып киттеләр. Эш бөткәс балалар инәйҙәргә үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтеп, бейеп, йырлап, таҡмаҡтар әйтеп, шиғырҙар һөйләп күңел астылар. Башҡорт халҡының “Наза” уйынын уйнанылар, өләсәйҙәр ҙә буш ҡул менән килмәгәндәр, үҙҙәре менән йомаҡтар алып килгәндәр ине. Байрам балаларҙың, ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде, һуңынан өләсәйҙәр күстәнәс итеп алып килгән ҡоймаҡтар, сәксәктәр, бәлештәр менән бергәләп сәй эстеләр. Был фольклор байрамының тәрбиәүи әһәмиәте - йәш быуынға өлкән быуындың күсәгилешлеге, йола байрамдары менән таныштырыу, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Просмотров: 787 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: