Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Декабрь » 17 » Башҡорт теле көнө гөрләп уҙҙы.
08:51
Башҡорт теле көнө гөрләп уҙҙы.

14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Был көн башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, сәсән-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө менән бәйле. Өфө ауылы мәктәбендә ошо байрамға арнап, төрлө саралар ойошторолдо:

 Башҡорт теле көнөнә бағышланған интернет-флешмоб “Шиғри сылбыр”. Уҡыусылар яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын һөйләп видеоролик төшөрҙөләр.

Мәктәп матбуғатында туған телгә арнап мәҡәлә яҙылды. Унда башҡорт теленең тарихы, билдәле шәхестәрҙең шиғырҙары баҫылды.

«Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир» тигән стенды урынлаштырылды. Унда Мифтахетдин Аҡмулланың биографияһы, төрлө китаптары, балаларҙың ижади эштәре урын алды.

Мәктәп китапханасыһы Ҡадырова З.М. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағирҙар һәм батырҙарса һәләк булған фронтовик-шағирҙар иҫтәлегенә арналған «Башкирские писатели-фронтовики» исемле стенд яһаны.

1- 6 кластар араһында һүрәттәр конкурсы ойошторолдо. Уҡыусылар үҙҙәре уҡыған әкиәт, эпос, төрлө башҡорт әҫәрҙәренә бағышлап һүрәт төшөрҙөләр.

2, 9 кластарҙа Башҡорт теле көнөнә арналған берҙәм дәресе үткәрелде, Ғәзизова Р.Ф. 2 класс уҡыусылары өсөн “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” темаһына дәрес күрһәтте, 9 класс уҡыусылары “Беренсе Республика” киноһы менән танышып киттеләр.

Шулай итеп, 14 декабрь уҡыусылар өсөн бик файҙалы үтте, тип әйтергә була, уҡыусыларҙа башҡорт теле, башҡорт тарихына ҡарата тик йылы, матур хис-тойғолар уянды.


#Башҡорттелекөнө #шиғрисылбыр #поэтическаяцепочка #Башҡорттелейылы#рух#Шиғрисылбыр #Башҡорттеле2020 #Хәйбулларайоны

 

Просмотров: 437 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: