Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Декабрь » 24 » Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.
09:49
Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды.

Хәйбулла районында республика Башлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы инициативаһы менән иғлан иткән Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһалды. Исемле йылдың маҡсаты булып йәмәғәтселектә башҡорт телен өйрәнеүгә, башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, дәүләт теле булараҡ телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үҫтереү торҙо.

Район хакимиәтенең ултырыштар залына Башҡорт теле йылы сиктәрендә төрлө форматта уҙған бихисап сараларҙа уҡыусылары һәм үҙҙәре ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүсе 25 педагог йыйылды. Улар араһында иң әүҙемдәре тип Сиҙәм, Йәнтеш, Подольск, Яңы Ергән, Степной, Әбүбәкер мәктәптәре уҡытыусылары Фәйзуллина Р.Ә., Арҫланова Г.Р., Дәүләтбирҙина Г.М., Рәхмәтова Р.Х., Бикбова Ә.Х., Билалова Г.Х. һәм Аҡъяр ауылы 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Баймырҙина Ә.Ф. танылды. Мәртәбәле сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сығыш яһап, телебеҙҙе, тамырҙарыбыҙҙы,тарихыбыҙҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар уҡытыусыларына, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, сертификаттар тапшырҙы.

Йыл йомғаҡтары буйынса төп доклад менән район Мәғариф идаралығы методисы Ғ.Ғ. Бикбаев сығыш яһап, уңыштарҙы барланы. Башҡорт теле йылы планы төрлө яҡтан бай булды, бөтә саралар тулы күләмдә үтәлде, тип һығымта яһарға мөмкин. Был йүнәлештә районда эш даими алып барыла һәм киләһе йылдарҙа дауам ителәсәк.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы район Мәғариф идаралығы начальнигы Салауат Байсурин, район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәни Бикбаевтар ҡотланы. Милли мәғариф өлкәһендә ҡаҙанған уңыштар, башҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә күрһәткән юғары эш һөҙөмтәһе өсөн бер төркөм башҡорт теле уҡытыусылары Рәхмәт хаттары, аҡсалата сертификат һәм район юбилейына ҡарата баҫтырылған китап менән бүләкләнде.

Просмотров: 220 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: