Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Сентябрь » 2 » «Бабич һүҙе» йәш йөрәктәрҙә яңғыраны.
06:45
«Бабич һүҙе» йәш йөрәктәрҙә яңғыраны.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың башҡорт халҡының мәшһүр улы, ялҡынлы шағир Шәйхзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыуын байрам итеү тураһындағы Указына ярашлы 2020 йылда төрлө байрам саралары уҙа. Шуларҙың береһе -  “Аҡбуҙат” кескәйҙәр журналы иғлан иткән «Бабич һүҙе» видеоконкурсы. Ойоштороусылар - “Аҡбуҙат” кескәйҙәр журналы, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге. Конкурстың шарты Ш.Бабичтың бер шиғырын ятлап видеояҙма төшөрөп тәғәйен адресҡа ебәреү ине. Конкурста шиғри күңелле 54 бала ҡатнашты, шуларҙың 21-е лауреат исеменә лайыҡ булды.

Беҙҙең райондың 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе 1 класс уҡыусыһы Мәмбәтова Ләйсән был бәйгелә 2-се урынға лайыҡ булды. Ул Мишкә районында уҙғарылған еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнашып, диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайтыуға иреште.

Афарин, Ләйсән!

   

Просмотров: 173 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: