Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Январь » 6 » Бәләкәй әкиәтсе республика конкурсында
09:16
Бәләкәй әкиәтсе республика конкурсында

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Һаумы, Һаумы, әкиәт!” республика конкурсында Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Бикбова Гөлмирә (“Любознайки” мәктәпкә әҙерлек төркөмө, 6 йәш) башҡорт халыҡ әкиәте “Иң ҡәҙерле аҡса”ны һөйләп ҡатнашты. Ул балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында әкиәтте яңғыҙ һөйләү номинацияһында еңеүселәр рәтенә сығып, хаҡлы рәүештә III урынға лайыҡ булды.

Бәләкәй әкиәтсе Өфө ҡалаһының “МЕГА” сауҙа комплексында үткән күркәм тамашаға саҡырылып, байрам концерттарын ҡарап, Бөтә доңъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләккә сертификат менән тәбрикләнде.

Һәләтле ҡыҙ мәртәбәле сарала М.Кәримдең “Тупрағым, һауам, һыуҙарым” шиғырын тасуири итеп һөйләргә, хәбәрселәр менән әкиәт яратыуы тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашырға, ойошторолған төрлө уйындарҙа әүҙем ҡатнашып, бүләкле лә булырға һәм кескәй тамашасылар өсөн «Тамыр» телеканалының тиҙҙән эфирға сыға башлаясаҡ "Нурбостан" анимацион сериалы йәнһүрәтенең геройҙары менән иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә өлгөрә.

Кескәй Гөлмирәбеҙ береһен - береһе алмаштырған матур йырҙар, бейеүҙәр, кастинг, уйындар менән үрелеп барған байрам тантанаһынан бөтмәҫ хәтирәләр, онотолмаҫ йылы тәьҫораттар менән ҡыуанып ҡайтты баш ҡалабыҙ Өфөнән.

Афарин, Гөлмирә! Алда ҙур еңеүҙәрең күп булһын әле! Уңыштар һиңә!

Просмотров: 299 | Добавил: ROO | Рейтинг: 2.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: