Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Февраль » 21 » Бәйгенең юғары этабы старт алды
14:29
Бәйгенең юғары этабы старт алды

13 февраль “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2017” регион – ара конкурсының 1 этабы старт алды. Был этапта конкурсанттар график буйынса асыҡ дәрестәр күрһәтә һәм үҙ дәрестәренә анализ яһай.

 Был был мәртәбәле конкурста  Хәйбулла районының намыҫын Сиҙәм мәктәбе  уҡытыусыһы Иштәкбаева Фируза Әхмәҙулла ҡыҙы яҡлай. Ул         17 февраль көнө Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейының 6а класында “Хәл ҡылым төрҙәре”тигән темаға асыҡ дәрес күрһәтте. Дәрес бик йәнле үтте. Электрон дәреслектәр, видеояҙмалар, яңы технологиялар  ҡулланыуҙан тыш дәрестең тәбиғәтте һаҡлау йылына,туған телде ҡәҙерләү, яҡшылыҡ, изгелек төшөнсәләрен аңлатыуға  арналған тәрбиәүи мәлдәренең грамматик темаға үрелеп барыуы бик отошло булды. Дәрескә үҙанализ эшләү ҙә методик яҡтан дөрөҫ үткәрелде.

         Фируза Әхмәҙулла ҡыҙына артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Просмотров: 489 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: