Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июнь » 8 » Һаумы,лагерь!
07:42
Һаумы,лагерь!

1 июнь Йәнтеш урта мәктәбе базаһында урынлашҡан «Шишмәкәй» көндөҙгө ял лагеры быйыл да 25 баланы ҡабул итте. Беренсе көн « Һаумы,лагерь! » тип уҡыусылар ҙур теләк менән ял үҙәгенә дәррәү генә килделәр. Отрядттарға бүленеп исемдәр һайлап ҡуйҙылар.Шулай итеп 3 отряд барлыҡҡа килде: 1-се отряд - “Ҡояшҡай”, 2-се отряд - “Һаулыҡ”, 3-сө отряд” Дуҫлыҡ” тип исемләнеп девиз һәм йыр һайланылар. Лагерҙың асылыуы матур байрам - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә тура килеүе икеләтә ҡыуаныс булды. Мәктәп уҡыусылары был көндөң каникул башланған мәлгә тура килеүен айырыуса яраталар.

Йәнтеш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә " Был ғүмерҙең гүзәл осорҙары-күбәләктәй бала саҡ икән " тип аталған байрам сараһы үткәрелде. Ауыл иртәһе балаларҙың шат тауышлы йырҙары менән яңғырап торҙо.
Ҡотлауҙарҙан һуң төрлө уйындар, асфальтта һүрәттәр төшөрөү, велосипедта уҙышыу, төрлө һорауҙарға ҡыҙыҡлы яуаптар бирҙеләр. Бергәләп “Һәр ваҡыт булһын Ҡояш!” йырын йырланылар. Байрам һуңынан тәмлекәстәр менән һыйландылар.

Просмотров: 487 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: