Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Ноябрь » 1 » «Һаумы, һаумы, Әкиәт!»
06:37
«Һаумы, һаумы, Әкиәт!»

  31 октябрҙә   “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында  райондың мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында «Һаумы, һаумы, Әкиәт!» тип исемләнгән донъя әкиәттәрен башҡорт телендә  һөйләүселәр конкурсы үтте. Конкурстың маҡсаты – әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, әкиәт йөкмәткеһен тасуири итеп аудиторияға еткерә белеү, балаларҙа импровизациялау һәләтен асыу ине. Конкурс ике төркөм: 2-4 һәм 5-7 йәшлек кескәйҙәр араһында үтте. Бәйгелә урындағы зона һәм балалр баҡсалары  кимәлендә еңеү яулаған  17 бала ҡатнашты. Өлкәндәр төркөмөндә   “Шатлыҡ” балалар баҡсаһынан кескәйҙәр төркөмөндә “Йәйғор” балалар баҡсаһынан  еңеү яуланылар. Жюри ағзалары һәм тамашасылар бәйгеселәрҙең яҡшы әҙерлеген, әкиәттәрҙең төрлөлөгөн билдәләнеләр.

 

Просмотров: 608 | Добавил: ROO | Рейтинг: 1.0/1
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: