Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Декабрь » 12 » “Атайсал” менән осрашыу
12:50
“Атайсал” менән осрашыу

Ноябрь айында  Өфө ауылы мәктәбендә “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов  менән осрашыу үткәрелде.  Был сарала шулай уҡ “Атайсал” гәзите хәбәрсеһе Ҡоҙашева Альбина Ғәрифйән ҡыҙы, ауылдың абруйлы шәхесе Шәрипов Басир Марат улы ла ҡатнашты. Был кисәлә уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙан тыш, Өфө, Рафиҡ, Әлибай ауылы халҡы, депутаттар, “Ағинәйҙәр” клубының ҡатнашыуы сараға ҙур мәртәбә өҫтәне.

Осрашыу башында Хәйҙәр Ниғәмәт улы Урал аръяғы райондары өсөн нәшер ителеүсе “Атайсал” гәзитенең хәҙерге хәле, рубрикалары менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы башҡорт телен өйрәнергә, милли матбуғатты уҡырға саҡырҙы.  Басир Марат улы 3 уҡыусыға 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиттең электрон версияһына яҙылыу купоны бүләк итеп ҡыуандырҙы. Бына ул бәхетлеләр: башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада призеры, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусы  11 класс уҡыусыһы Ниғәмәтова Гөлсинә;  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән муниципаль олимпиада призеры, Өфө ҡалаһында үткәрелгән Кесе Ҡоролтайҙа ҡатнашыусы  11 класс уҡыусыһы Исҡужина Диана; башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән муниципаль олимпиада призеры 10 класс уҡыусыһы Дәүләткилдина Алһыу.

Кисәлә ҡатнашыусылар бик ихлас тыңланылар, һорауҙар бирҙеләр. Депутат Томаншин Йәнғәле ағай ҡунаҡтарҙы ауыл советына ҡараған ауылдарҙың  йәшәйеше, проблемаһы, башҡарылған эштәре менән таныштырҙы. Ауылыбыҙ шағирәһе Гәрәева Әнүзә апай ҡунаҡтарға үҙенең шиғырҙарын бүләк итһә, ә ағинәйҙәр иһә “Атайсал” гәзитенә арнап сығарған таҡмаҡтарын әйтеп кисәне йәмләнеләр. Осрашыу аҙағында 30 тамашасы “Атайсал” гәзитенә яҙылып милли матбуғатыбыҙҙың үҫешенә үҙенең ролен индерҙе.

Просмотров: 483 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: