Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2016 » Май » 20 » Ҡадир Әлибайҙың яҡты иҫтәлегенә арналған бай йөкмәткеле сара.
14:50
Ҡадир Әлибайҙың яҡты иҫтәлегенә арналған бай йөкмәткеле сара.

Йәмле май айының иң матур көндәренең береһендә  райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларың һуңғы йомғаҡлау ултырышы Әбүбәкер мәктәбендә ойошторолдо. Уҡытыусыларҙы милли кейем кейгән егеттәр һәм ҡыҙҙар йыр, шиғыр ,ҡурай моңо менән ҡаршы алдылар.Тәүге минуттарҙан уҡ мәктәптең эстетик йүнәлештә эшләгәне күренеп тора. Ниндәй генә шиғыр һөйләмәһендәр, йыр йырламаһындар, ошо күренеш  сағылыш тапҡан.Яҡташ яҙыусыбыҙ Ҡадир Әлибайҙың 75 йәшлек юбилейына арналған бай йөкмәткеле, киләсәк быуындарға фәһемле сара ойошторолдо. Был байрам уҡыусылар өсөн мәртәбәле, ҡунаҡтар өсөн иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтте. Йөкмәткеле сарала Ҡадир Әлибайҙың класташы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире М. Юнысовтың ҡатнашыуы байрамға бәҫ өҫтәне. Педагогия хеҙмәте ветераны, ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Фәтих ағай Сынбулатов шағирҙың бала-сағы, үҫмер йылдарындағы иҫтәлектәр менән бүлеште.Ҡунаҡтарға Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың  моңло йыр бүләк итеүе кисәне тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Ҡунаҡтар Зөһрә Хәсән ҡыҙына, Рәйлә Һибәтулла   ҡыҙына, Әбүбәкер мәктәбе коллективына, нәфис һүҙ оҫталарына ҙур рәхмәтле  булып  һәм  уларҙың эштәрендә ҙур уңыштар теләп  таралыштылар.

 

 

Просмотров: 637 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: