Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2017 » Июнь » 2 » 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам
14:51
1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған байрам

1июнь көнө Аҡъяр ауылының Ял һәм мәҙәниәт паркында Балалар ижады йорто тарафынан ойошторолған Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған ҙур байрам сараһы булып үтте. Сара байрам ҡунаҡтары- Мәғәриф идаралығы методисы З.И. Аҡъюлова һәм район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге начальнигы С.М . Пахтусоваларҙың ихлас ҡотлау һүҙҙәренән башланып китте. Байрам «Шатлыҡ», “Бәпембә”, «Йәйғор» балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең, 1-се һәм 2-се Аҡъяр мәктәптәре, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады йорто уҡыусыларының сағыу концерт номерҙары менән биҙәлгән ине. Шулай уҡ ғаиләгә тәрбиәгә алынған балаларҙың сығыштары ла байрамға йәм өҫтәне.

Байрам барышында “Нур”үҫмерҙәр клубы, Аҡъяр ауылының балалар баҡсалары һәм Балалар ижады йорто хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар ойошторҙолар.Уйындарҙа ҡатнашыусы балалар татлы приздар алып ҡыуандылар.Байрам балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың барыһының да күңеленә хуш килде.

Просмотров: 874 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 1
1 EverettDex  
0
<center><b>Новые образы актрисы | New images of the actress</b>


<img src="https://i.imgur.com/BukhTe7.jpg">


<b>Сайт | Website:</b> https://olgafadeeva.info

</center>

Имя *:
Email *:
Код *: