Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Декабрь » 19 » 14 декабрь –башҡорт теле көнөн район балалар баҡсалары киң билдәләнеләр
07:43
14 декабрь –башҡорт теле көнөн район балалар баҡсалары киң билдәләнеләр

Мәғариф  министрлығы,  Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы тарафынан раҫлаған Положениеға һәм Хәйбулла районы мәғариф идаралығының 2018 йылдың 6 декабрендәге 408-се бойроғона ярашлы14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнөн район балалар баҡсалары киң билдәләнеләр. Башҡортхалҡыныңкүренеклемәғрифәтсеһе, сәсән-шағирМифтахетдинАҡмулланыңтыуғанкөнөнә тап килгән сара айҡанлы баҡсаларҙа аҙналыҡтар үткәрелде. “Әсәм теле-сәсән теле” байрамдары сиктәрендә  балалар  шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы менән таныштылар, аҙна буйы башҡортса шиғырҙар, йырҙар, ҡурай моңо, милли башҡорт уйындары,әкиәттәр яңғырап торҙо.

Аҡъяр ауылының Йәйғор балалар баҡсаһында кескәйҙәр төркөмө “Бармаҡ уйындары”ойошторҙо, райондың “Тарих һәм тыуған яҡты” өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Фазулла ҡыҙы Байғусҡарова һәм ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Менәүәрә Исхаҡ ҡыҙы Бохарбаеваларҙы саҡырып ике төркөм араһында тел төҙәйткестәр, һанашмаҡтар әйтешеп ярыш үткәрҙеләр,  “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите корреспонденты Юлмөхәмәтова Луиза Йомағужа ҡыҙын, райондың балалар китапханаһы хеҙмәткәре Иҫәкәйева Зилиә Муса ҡыҙын саҡырып балалар араһында Р.Ғариповтың “Туған тел” һәм Ы.Мөъминованың “Донъяла иң матур ил” шиғырҙарына флешмоб ойошторҙолар,  “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитенең хеҙмәт ветераны Үмәрғәлиева Рәшиҙә Хәйрулла ҡыҙын саҡырып төркөмдәр араһында “Ерем, илем, телем” темаһына йыр бәйгеһен үткәрҙе.

Башҡорт теле уҡытыусыһы Хәйбуллина Йәмилә Фәтих ҡыҙы  Башҡорт теле көнө байрамын “Әсә һүҙе” шиғырҙар бәйгеһе менән йомғаҡлап ҡуйҙы. Бәйгелә әсәйҙәр балаларына туған телебеҙ матурлығы хаҡында йөрәк һүҙен еткерһә, балалар ҙа әсәйҙәргә яуап итеп әсә теленә һөйөүен шиғырҙар аша белдерҙеләр. Бәйгегә район ағинәйҙәр ойошмаһынан Мәрфуға Хужаәхмәт ҡыҙы Азаматова, балалар китапханаһы хеҙмәткәре Иҫәкәйева Зилиә Муса ҡыҙы саҡырылды. Башҡорт теленә арналған саралар хәтирәләргә бай, иҫтәлекле үтте. Туған телебеҙгә  булған иғтибар  һәм хөрмәт тағы ла нығыр тигән ышаныстабыҙ!

14 декабрь “Башҡорт теле көнө” уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһында мәктәпкә әҙерлек  “Фиалка” төркөмөндә  Бүребай ауылы ағинәйҙәре менән берлектә «Ҡаҙ өмәһе» байрамы үтте.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө балалары  башҡорт халҡының бөйөк шағир- мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла тураһында таныштылар, бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алдылар. Өлкән, мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре мөйөшөндә шағир- мәғрифәтсегә арналған мөйөш булдырҙылар, әңгәмә үткәрелде.

Балалар, кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән баҫма «Аҡбуҙат» журналы менән,  “Ҡурай”, “Ай менән Зөһрә” башҡорт халыҡ әкиәте, легендаһы менән таныштылар, “Незабудка” төркөмөндә башҡорт халыҡ аштарын әүәләнеләр. Шөғөлдә башҡорт халҡының «Ҡурай», «Наза», «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», «Йөҙөктө тап» уйындарын уйнанылар.

Өлкән «Лилиә»төркөмөндә «Оҫта әкиәт һөйләү» конкурсы уҙғарылды, Байгужина Айгүзәл “Иң оҫта һөйләүсе”тип танылды, ата- әсәләр менән берлектә тел тураһында “Бәләкәй китапсыҡ”акцияһы иғлан ителде.

Уртансы «Гвоздика» төркөмө балалары икенсе кескәйҙәр «Василёк» төркөмө балаларына  башҡорт халҡының “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр. Көндөң икенсе яртыһында һәр төркөмдә өҫтәл арты башҡорт уйындары планлаштырылды.

 

 

Просмотров: 784 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: