Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Январь » 13 » Уҡыусыларыбыҙ башҡорт теленән регион-ара олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәште!
09:14
Уҡыусыларыбыҙ башҡорт теленән регион-ара олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәште!

 

 Ҡышҡы каникулдың һуңғы көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы. Өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. Дүрт йөҙгә яҡын ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының булыуы уларҙың башҡорт телен яратыуын, хатта ярыштарҙа  ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район намыҫын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Татыр-Үҙәк, 1-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Степной, Маҡан һәм Өфө мәктәптәренән 14 уҡыусы яҡланы. Уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ 1-се һанлы Аҡъяр һәм Степной урта мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына тапшырылды. Олимпиада 3 турҙа  үтте: 1-се тур - башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яуап биреү, 2-се тур – инша, 3-сө тур – башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелгән ижади проект яҡлау. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәргә 1-се турҙа текстың аудиояҙмаһын тыңлап, өҫтәлмә эштәр башҡарыу, 2-селә тексҡа комплекслы анализ, 3-сө турҙа диалог ҡороу ойошторолдо. Етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп,  1-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Татыр-Үҙәк, Өфө, Сиҙәм һәм Әбүбәкер мәктәптәренән 7 уҡыусы призерҙар исемлегенә инде. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде.

Район намыҫын яҡлаусы уҡыусыларҙы һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы Район мәғариф идаралығы ҡайнар ҡотлай һәм артабан да уңыштар теләй!

 

 

Просмотров: 568 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: