Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Февраль » 22 » Туған телдәр көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.
09:45
Туған телдәр көнөнә арналған шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте.

«Тел тыуҙырған халҡым – бөйөк бер тел!..»

                                                                                           Р.Ғарипов.

 

   21 февраль көнө мағариф идаралығының бойроғона ярашлы Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Халҡым теле – хаҡлыҡ теле...» шиғыр һөйләүселәр конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Бәйге шарттары буйынса 1 – 11 –се класс уҡыусылары баһалау комиссияһына башҡорт телендә туған тел, тыуған ил һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышланған шиғри әҫәрҙәр һөйләгән видеояҙмаларын тәҡдим иттеләр. Шулай итеп жюри ағзаларына 17 башланғыс, 21 5 – 7-се һәм 17 8 – 11-се класс уҡыусылары араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу бурысы йөкмәтелде. Конкурсҡа тәҡдим ителгән әҫәрҙәр араһында мәшһүр башҡорт классикаһы шағирҙары - Р.Ғарипов, Ҡ. Аралбай, Н.Нәжми, Р. Бикбаев, З. Биишева, Г.Яҡупова, Ҡ.Даян, А.Абдуллина, Л.Абдуллина һәм башҡалар ижады урын алды. Степной мәктәбе уҡыусыһының үҙе ижад иткән шиғыр менән сығыш яһауы сараға матур төҫ өҫтәне.

   Башланғыс класс бәйгеселәре араһынан еңеүгә Әбүбәкер, 2-се һанлы Аҡъяр урта мәктәптәре, 5-7-се кластан Әбүбәкер, Йәнтеш, Һамар, 8-11-се кластан Татыр-Үҙәк, Әбүбәкер, Степной мәктәптәре уҡыусылары өлгәште. Бәйгеселәргә, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға туған телгә булған һөйөү һәм ихтирамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, киләсәктә ныҡлы һаулыҡ һәм яулайһы яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Просмотров: 982 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: