Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2020 » Январь » 9 » Район уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнаша.
07:29
Район уҡыусылары башҡорт теленән төбәк-ара олимпиадаһында ҡатнаша.

Яңы йылдың тәүге эш көндәрендә – 9 – 11 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән төбәк-ара олимпиаданың республика этабы уҙа. Был мәртәбәле бәйгелә республиканан һәм сиктәш өлкәләрҙән 466 уҡыусы ҡатнаша. Беҙҙең район данын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Степной, 1-се һәм 2-се һанлы Аҡъяр, Һамар, Өфө, Маҡан һәм Татыр-Үҙәк мәктәптәренән 8-11 кластарҙа белем алыусы 15 уҡыусы яҡлаясаҡ. Ҡатнашыусыларға, олимпиада үткәрелеү тәртибенә ярашлы, 3 турҙа һынау тоторға тура киләсәк. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр беренсе турҙа бирелгән темаларҙың береһенә инша яҙыу ойошторола, артабан уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап биреп, 3-сө турҙа башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһен киңәйтеүгә, башҡорт телендә аралашыуҙы заманса һәм модалы итеүгә йүнәлтеләгән ижади проект эше башҡарыу һәм уны жюри ағзалыры алдында яҡлау бурысы йөкмәтелгән. Башҡорт дәүләт теленән төп иғтибар уҡыусыларҙың һөйләү телмәре кимәлен тикшереүгә йүнәлтелә, диалог ҡороу ойошторола, шулай уҡ был категория ҡатнашыусыларына текст буйынса лексик-грамматик бирем үтәргә тура киләсәк.

Каникулдар ваҡытында беҙҙең бәйгеселәр уҡытыусылары менән олимпиадаға етди әҙерлек эштәре алып барҙылар. Уларға уңыштар теләйбеҙ.

Просмотров: 777 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: