Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2019 » Январь » 14 » Район уҡыусыһы төбәк-ара олимпиадаһында еңеү яуланы!
09:26
Район уҡыусыһы төбәк-ара олимпиадаһында еңеү яуланы!

9 ғинуарҙан алып 11-енә тиклем баш ҡалабыҙҙың Р. Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика интернат-гимназияһында туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт дәүләт теле буйынса төбәк-ара олимпиадаһының юғары туры уҙҙы. Өс көн буйына барған бәйгелә республика мәктәптәренән һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән ижади фекерләгән, йөрәгендә башҡорт теленә ҡарата тәрән ихтирам һәм һөйөү йөрөткән рухлы балалар йыйылды. Быйы ҡатнашыусылар исемлеге Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы эргәһендәге ойоштороу комитеты тарафынан төҙөлдө. 300-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһында башҡа милләт балаларының булыуы уларҙың башҡорт телен яратыуын, хатта ярыштарҙа ихлас көс һынашырға теләүен дәлилләй. Был мәртәбәле бәйгелә беҙҙең район намыҫын Әбүбәкер, Йәнтеш, Сиҙәм, Татыр-Үҙәк, 2-се Аҡъяр, Яңы Ергән һәм Степной мәктәптәренән 10 уҡыусы яҡланы. Уларҙың именлеге өсөн яуаплылыҡ райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе һәм Йәнтеш урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһына ышанып тапшырылды. Олимпиада 3 турҙа үтте: 1-се тур - инша, 2-се тур – башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән викторина һорауҙарына яуап биреү, 3-сө тур – бирелгән темаларға диалог ҡороу. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәргә 1-се турҙа текстың аудиояҙмаһын тыңлап, өҫтәлмә эштәр башҡарыу, 2-селә тексҡа комплекслы анализ, 3-сө турҙа диалог ҡороу ойошторолдо. Етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Татыр-Үҙәк урта мәктәбенән 11 класс уҡыусыһы Төбәк-ара олимпиаданың үҙ категорияһындағы 4 еңеүсеһе рәтенә күтәрелде, ә Йәнтеш урта мәктәбенән 2 уҡыусы призерҙар исемлегенә инде. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Дипломы менән бүләкләнде. 
Район намыҫын яҡлаусы уҡыусыларҙы һәм уларҙы олимпиадаға әҙерләгән уҡытыусыларҙы Район мәғариф идаралығы ҡайнар ҡотлай һәм артабан да уңыштар теләй! Афарин, еңеүселәр!!!

 

 

 

 

 

Просмотров: 346 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: