Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х

Версия для слабовидящих

Главная » 2018 » Апрель » 25 » Район мәктәптәре башҡорт теленән Региональ диктантта ҡатнашты
15:58
Район мәктәптәре башҡорт теленән Региональ диктантта ҡатнашты

21 апрелдә Башҡорт дәүләт университеты тарафынан быйыл инде дүртенсе тапҡыр башҡорт теленән региональ диктант ойошторолдо. Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала ине.

Региональ диктантты үткәреүҙең маҡсаттары:

1.      Башҡорт теле мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү.

2.      Грамоталылыҡ проблемаларын йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт     саралары аша хәл итеү.

3.      Теләгән кешегә үҙ грамоталылығын тикшерә алыу мөмкинлеген биреү.

4.      Башҡорт әҙәби теле нормаларын белеүҙең әһәмиәтен күтәреү.

5.      Грамоталы яҙыу культураһын үҫтереү.

Региональ диктанттың девизы: «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам».

 Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” әҫәренән алынған “Моң” исемле тексты онлайн режимда М.Гафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Олег Закир улы Ханов уҡыны. Региональ диктант яҙыуҙа район мәктәптәренән 260 телһөйәр уҡыусы һәм уҡытыусы, китапханасы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән мәғариф идаралығының туған телдәр буйынса методисы, район башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғ.Ғ.Бикбаев ҡатнашты.

Просмотров: 389 | Добавил: ROO | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: